Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Февраль , 15:43

Саңғыларҙа елдәй елеп

Сәфәрғол ауылы кешеләренең донъя көтөргә тырыш, дәртле булыуҙары һоҡланыу уята. Ауылда мәҙәни усаҡ юҡ тип тормай, ҡыштың сатлама һыуығынан да ҡурҡмай, Ғаилә йылына ҡарата Ватанды һаҡлаусылар көнөндә саңғы ярышына йыйылдылар.

Саңғыларҙа  елдәй елеп
Саңғыларҙа елдәй елеп

Ауылдың уңғандары - Зифа Арыҫланова, Гөлнара Сәлихова, Динара Киранова, Фәймә Хәтиева, Гөлйемеш Янбаева ҡунаҡтар килә башлағансы уҡ былау әҙерләргә ут яғып, ҡаҙан аҫып та ҡуйғандар. Ҡатын-ҡыҙҙар тәмле ризыҡтар бешереп, боҫ бөркөп, йырлап ултырған самауырҙың тәмле сәйҙәре менән ҡатнашыусыларҙы һыйлап торҙо.  Байрамға йәм өҫтәргә, ҡатнашыусыларҙы дәртләндерергә хатта “Панда” үҙенең тәмлекәстәре менән килеп еткән.

Ярышты Инйәрҙең спорт мәктәбе уҡытыусыһы Вәли Шәрипов алып барҙы. Етенсе тиҫтәне ҡыуған ир-уҙамандар - Рауил Хужиәхмәтов, Зариф Суфиянов, Батыр Йомағужин иң өлкән саңғысыларға дәртләндереү приздары тапшырып, тағы ла оҙаҡ йылдар ярыштарҙа ҡатнашырға, сәләмәтлекте нығытҡан саңғыны бер ҡасан да ташламаҫҡа тигән теләктәрен әйтте. Байрамдан ауылдаштар ҙа, килгән ҡунаҡтар ҙа ситтә ҡалманы. Еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм приздар менән бүләкләнде.

Шулай итеп, 9-11 йәшлек ҡыҙҙар араһында Алина Сәмситдинова - I, Әмилә Янбаева - II ; 11-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында Наҙгөл Янбаева - I, Анелия Астанғәлина II урын яуланылар; малайҙар араһында Арыҫлан Хәтиев - I, Данил Кудряшов - II, Азамат Байғазин III урын алдылар.

16-25 йәшлек егеттәр араһындағы уҙышта Иштуған Йомағужин - I,Ильяс Шафиҡов - II, Айгизәр Янбаев III урын яулаһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Айгүзәл Ғәлийәнова -I, Гөлйемеш Янбаева - II, Сулпан Астанғәлина III урын яуланылар. 46-60 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар уҙышында I урынға Сәүиә Йомағужина, II урынға Динара Киранова, III урынға Лилиә Суфиянова; 46 йәштән өлкәнерәк ир-егеттәр араһында I урынға Зариф Суфиянов, II урынға Баязит Сәлихов, III урынға Рауил Хужәхмәтов лайыҡ булды.

Ошондай матур байрамға тамырҙары Сәфәрғол ауылынан булып, Инйәр йылғаһының һыуын эсеп үҫкән ауылдаштар ата-бабаларын, нәҫелдәрен белеп үҫһендәр тип, алыҫерҙе яҡын итеп, балаларын да алып килгән. Байрам аҙағында иң оло - 73 йәшлек саңғысы Рауил Хужәхмәтовиң кесе саңғысы Динә Шафиҡоваға үҙенең саңғыһын бүләк итте.

Райондың Ирҙәр ҡоро рәйесе Дим Йомағужинға, уға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған Баязит Сәлиховҡа, Азамат Билаловҡа, Айгизәр Янбаевҡа, Рәсилә Билаловаға, Илнур Аҡкөбәковҡа, Гөлйемеш Янбаеваға, Билаловаларға, бағыусыларға ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Күмәкләп тотонғас, байрам бик күңелле үтте. Сарала ҡатнашыусылар Ғаилә йылында ғына түгел, һәр ваҡыт осрашып торорға, егәрле, өлгөлө, татыу ғаиләләр һаны артһын, аҡыллы, һау-сәләмәт балалар тыуып торһон, ауылыбыҙ үҫһен, ҙурайһын тигән теләктә күтәренке кәйеф менән таралышты.

Сәүиә СОЛТАНОВА.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: