Ә иң күңелде ҡырғаны - буш эскәмйәләр. Беҙ үткән-һүткән һайын эскәмйәлә ултырған инәй-бабайҙар ҡайҙа һуң? Эх, шул инәйҙәр менән ултырып бер һөйләшәһе ине...
Аҙнағол ауылында изге күңелле, йомарт инәйҙәр күп. Ә бөгөнгө һүҙем ут күршем, йор һүҙле, тыйнаҡ, тыныс, йомарт, оҫта ҡуллы, оло йөрәкле Фәүҡинур Хәйҙәрова тураһында булыр. Беҙ бала саҡта Фәүҡинур инәй үҙенә ҡунаҡҡа килгән ейән-ейәнсәрҙәрен, күрше тирәләге бала-сағаны йыйып, һыйлай торғайны. Уның тел йоторлоҡ күмәстәре, балтырған, кесерткәндән бешерелгән тәмле ашының тәме әле лә тел осонда торан. Беҙҙең менән балаларса, ихлас күңелдән уйнай ҙа торгайны.
Фәүҡинур Хәмит ҡыҙы Аҙнағол ауылында Йәмил һәм Йәнбикә Байтуриндарҙың 6 балалы ишле ғаиләләһендә тыуып үҫә. Хаҡлы ялға тиклем мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Йәшләй генә кейәүгә сығып, тормош иптәше Таштимер апа менән 56 йыл ҡулға-ҡул тотоноп, матур тормош юлы үтәләр, 5 балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Таштимер апа 2017 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.
Бөгөнгө көндә Фәүҡинур инәйҙең 11 ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәһе бар. Әле ул ҡыҙы Фәүриә апай менән йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тик ултырмай, ҡул эштәре менән булыша, матур итеп ултыргыстарға ябыуҙар, түшәктәр эшләй. Уның етеҙ бармаҡтарына күҙ эйәрмәй. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, таҡмаҡтар әйтеп, йырлап та ебәрә.
Фәүҡинур инәйҙе яҙҙың матур байрамы - Халыҡ ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Уға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйем, балаларының изгелеген-игелеген күреп оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙыуын теләйем.
Альбина МОСТАФИНА, Учалы районы.