Бөтә яңылыҡтар

Китапхана. Яҙыусы. Уҡыусы.

Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһында яҙыусы, журналист Фәриха  Вәлиуллина менән “Минең ижадым балалар тураһында” исемле бик фәһемле осрашыу үтте.

Китапхана. Яҙыусы. Уҡыусы.
Китапхана. Яҙыусы. Уҡыусы.

 Сара Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премия булдырылыуҙың 20 йыллығы айҡанлы ойошторолдо.  Фәриха Нәҙербай ҡыҙы 2006 йылда  “Тере дарыу” исемле китабы өсөн был премияға лайыҡ булды.

Осрашыуҙа ҡала лицей-инернатының I класс уҡыусылары (уҡытыусылары Гөлниса  Зәйтүнова) бик әүҙем ҡатнаштылар. Сараға  бик матур презентация һәм күргәҙмә эшләнелде.

Фәриха Нәҙербай ҡыҙының биографияһы менән таныштырғас, уның ижадына күстек. Балалар өсөн яҙылған “Тере дарыу”, “Боҙорсоҡҡа кем тейгән?” китаптары менән танышҡас, уҡыусылар һорауҙарға яуап бирҙеләр, дуҫлыҡ, ярҙамсылыҡ, ололарҙы, кеселәрҙе ихтирам итеү тураһындағы әңгәмәлә ҡатнаштылар.

Гөлниса Әйүп ҡыҙы “Боҙорсоҡҡа кем тейгән?” китабындағы ҡайһы бер хикәйәләр буйынса бик матур әңгәмә ҡорҙо. Фәриха Вәлиуллина балаларға “Ҡала ҡунағы”, “Математик Кәкүк” әкиәттәрен уҡып ишеттерҙе, үҙенең бөтә геройҙарының да тормоштан алыныуын белдерҙе. Балалар яҙыусыға күп һорауҙар бирҙеләр, уның нисек яҙыша башлауы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы.

Кисә аҙағында Фәриха Нәҙербай ҡыҙы балаларға күстәнәстәр тапшырҙы. Уҡыусылар уға башҡорт телендә күберәк уҡыясаҡтары тураһында һүҙ бирҙеп таралышты.

Флүрә ШАКИРОВА,

китапхана мөдире.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: