Бөтә яңылыҡтар

Сабир ағайҙы һағынабыҙ...

Эйе, хәтирәләргә бирелһәм, мотлаҡ Сабир ағай иҫкә төшә.

Сабир ағайҙы һағынабыҙ...
Сабир ағайҙы һағынабыҙ...

Күңел болоҡһоп, юҡһыныу тойғоһо ташлап китмәй, ул беҙҙең менән, яңы ғына осрашҡан һымаҡ. Сабир ағайҙы һүрәтләгәндә, һәр ваҡытта ла "иң" эпитетын ҡулланырға тура килә. Физик яҡтан көслө, олатаһы Абдрахман бабайға оҡшай ине ул. Бәләкәй саҡта Абдрахман олатай беҙҙең өсөн "Гулливер" һымаҡ ине. Ҡышын толоп кейеп килеп инһә, ярты өйҙө ала. Уға оҡшап, Сабир ағай ҙа баһадир кәүҙәле, көслө, заманында ауыр атлетика менән шөғөлләнгән спортсмен да булды. Уға дыуамаллыҡ, хушкүңеллек, йомартлыҡ, бер ҡатлылыҡ сифаттары хас. Ҡыҙыҡһыныусан, логик фекерләй, үҙенсә тиҙ генә һығымта яһай белә ине.

Баҡыйҙан Егәҙегә икәүләп йәйәү атлайбыҙ. Ҡужай йылғаһы, Олоғор, Елмерҙәк... бөтә ер-һыу атамаларына үҙенсә аңлатма бирә барҙы. Һөйләшеп бара торғас поезға һуңланыҡ. "Тепловоз, китмәсе, китмәсе ", - тип йырлап, ҡул болғап ҡалды, ҡустым, бер ваҡытта ла бошонма, - тип мине йыуатты.

Ҡапыл ғына армияға тыуған яҡтарға ҡайтмай, Бөрйән районы Аҫҡар ауылынан китергә тура килде. Сабир ағай менән Зәйтүнә еңгә туйға ҡайтҡайнылар, мине бик ҙурлап, ауыл халҡы менән берлектә армияға оҙаттылар. Сабир ағай райком машинаһында мине аэропортҡа илтеп ҡуйҙы. Бына ул хушкүңеллелек!

Армиянан ҡайтып, уҡырға ингәс, йәшәргә ятаҡ булманы, урамда Сабир ағай осраны, ҡустым, беҙ еңгәң менән бер бүлмә "снимать" итәбеҙ, тере һөйәк һыя ул, бергә йәшәрбеҙ, - тип алып ҡайтты.

Сабир ағай бөтә яҡтан да гармоник үҫешкән кеше булды. Баҡый ауылында беренсе баянист, егеттәргә кумир булды. Бөтәһе лә гармун алып, ағайға оҡшарға тырышып, тиҙ арала уйнарға өйрәнделәр. Ата-әсәләре асыуланһа, ҡыш көнө мунсала гармундарын һыҙҙырталар ине.

Ғөмүмән, Сабир ағай һәм Зәйтүнә еңгә минең тормошда ҙур урын алып торҙоғоҙ, һәр ваҡыт һеҙҙең ярҙамығыҙҙы эштә, шәхси тормошомда тойоп йәшәнем. Беҙ Сабир ағай һеҙҙе һағынабыҙ, беҙҙең өсөн тере һин!

Дәриғәт РӘХИМОВ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: