Бөтә яңылыҡтар

Һаулығығыҙ һеҙҙең ҡулда

Туберкулез - патоген микобактериялар тыуҙырған инфекцион ауырыу. Ул йыш ҡына үпкәләрҙе зарарлай, әммә башҡа ағзаларҙа ла үҫешергә мөмкин. Башлыса тын юлдары аша йоға.

Һаулығығыҙ һеҙҙең ҡулда
Һаулығығыҙ һеҙҙең ҡулда

Туберкулез менән сирләгән кеше йүткереү, сөскөрөү, һөйләшеү ваҡытында ауырыу тыуҙырған тамсыларҙы тарата. Инфекция туберкулез микобактериялары булған һауаны һулағандан да барлыҡҡа килергә мөмкин.

Йыш ҡына туберкулезға ауырыу менән оҙайлы һәм тығыҙ бәйләнеш килтерә, шуға күрә сирләүсенең ғаилә ағзалары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтарына йоҡтороу хәүефе ҙур. Хатта зарарланған һауаны бер тапҡыр һулау ҙа сирҙең үҫешенә килтереүе ихтимал. Әммә һәр кем туберкулез менән ауырымай. Был организмдың һаҡланыу көстәренең кимәленә, кешеләрҙең гигиена ҡағиҙәләрен үтәүгә бәйле.

Иммунитеттың көсһөҙләнеүенә насар туҡланыу, артыҡ арығанлыҡ, стресс, алкоголь ҡулланыу, тәмәке тартыу, наркотиктар, төрлө хроник ауырыуҙар, ВИЧ/СПИД килтерә. Ауырыуҙың һәм уның ғаилә ағзаларының элементар гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәүе инфекцияның таралыуына булышлыҡ итә. Бер ауырыу йылына 10-15 кешегә сирҙе йоҡторорға мөмкин.

ТУБЕРКУЛЕЗ НИСЕК БАРЛЫҠҠА КИЛӘ?

Туберкулездың төп билдәләре булып: 3 аҙна һәм унан да күберәк ваҡыт йүткереү, тән ауырлығын юғалтыу, тән температураһының ваҡытлыса күтәрелеүе, төндә тирләү, дөйөм хәлһеҙлек, күкрәк ситлеге ауыртыу, аппетит юғалтыу, ҡан төкөрөү тора.

Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙә ошо билдәләрҙе тапһағыҙ, шунда уҡ участка табибына мөрәжәғәт итегеҙ, ул тейешле тикшереү тәғәйенләр.

ТУБЕРКУЛЕЗ ДАУАЛАНА

Туберкулездан һауығыу өсөн:
► Табип күҙәтеүе аҫтында дауалау курсын тулыһынса үтергә. Уны дауалау алты айҙан ашыу дауам итергә тейеш.
► Табип тәғәйенләгән туберкулезға ҡаршы препараттарҙы ҡабул итергә һәм дауалауҙа өҙөклөктәргә юл ҡуймаҫҡа.
► Туберкулезға ҡаршы препараттарҙың күбеһе таблеткалар рәүешендә эшләнгән.
► Табиптың бөтә күрһәтмәләрен ваҡытында үтәргә кәрәк, сөнки дауалауҙың уңышы ошоға бәйле. Дауалауҙағы өҙөклөктәр туберкулездың дарыуҙарға тотороҡло формаһын үҫтерә, ә дауалау бик ауыр, ҡайһы берҙә хатта мөмкин түгел.

ТУБЕРКУЛЕЗДЫ НИСЕК ИҪКӘРТЕРГӘ?
► Туберкулезды иҫкәртеү бала саҡтан башлана. Бала табыу йортондағы бөтә сәләмәт балаларға, шулай уҡ 7 һәм 14 йәшлек балаларға (Манту 2ТЕ реакцияһының кире һөҙөмтәһе булғанда) туберкулездан прививка яһала (БЦЖ). БЦЖ вакцинаһы иммунитет булдыра, организмдың туберкулезға ҡаршы тороусанлығын арттыра. Вакцинацияланған балалар туберкулез менән бөтөнләй ауырымай, йәки ул еңел формала үтә.
► Туберкулезды иртә асыҡлау маҡсатында бөтә сәләмәт балаларға һәм үҫмерҙәргә халыҡты флюорографик тикшереү (15 йәштән) һәм туберкулинодиагностика (МАНТУ 2ТЕ реакцияһын ҡуйыу) үткәрелә. Флюорографияны 2 йылға 1 тапҡырҙан да кәм булмаған осраҡта (диспансеризация сиктәрендә лә, үҙ аллы ла) үтергә кәрәк, ә әгәр кеше хроник ауырыуҙарҙан яфалана икән, йылына 1 тапҡыр.
► Туҙанлы, елләтелмәгән бүлмәләр туберкулез бактерияларының таралыуына булышлыҡ итә. Ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн биналарҙы мөмкин тиклем йышыраҡ елләтегеҙ.
► Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Туғандарығыҙҙың, хеҙмәттәштәрегеҙҙең йәки таныштарығыҙҙың оҙаҡ ваҡыт йүтәлләп йөрөгәнен күрһәгеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итеүен талап итегеҙ.

Туберкулез - ауыр сир, уны дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, һаулығығыҙ һеҙҙең ҡулда һәм тик һеҙҙең әүҙем позицияғыҙ ғына туберкулез менән сирләү кимәлен күпкә кәметергә ярҙам итәсәк!

Альбина ҺАҒЫНБАЕВА, участка табип-терапевы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: