Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы боҙ - ышанысһыҙ

2023 йылда Башҡортостан Республикаһында һыу ятҡылыҡтарында һәләк булғандар һаны 117 кеше тәшкил итә (98 ир-егет, 8 ҡатын-ҡыҙ һәм 11 бала).

Яҙғы боҙ - ышанысһыҙ
Яҙғы боҙ - ышанысһыҙ

Республиканың һыу объекттарында боҙ ирегән осорҙа боҙҙа булыу һәм ярҙан ҡолау сәбәпле 5 кеше һәләк булған. Йәнә Нуриман районында балыҡ тотоу ваҡытында ир кешенең һәләк булыуы теркәлгән.

Яҙ етеү менән һыу ятҡылыҡтарында боҙ ирей башлай. Боҙ йоҡа һәм һеҙҙең ғүмерегеҙ өсөн хәүеф тыуҙыра. “Һәр боҙ йылыға тиклем йәшәй” тигән әйтем бар. Яҙ етеү менән ҡояш нурҙары тәьҫирендә боҙ тиҙ ирей. Яҙын йылғаларҙа һыу ағымының көсәйеүе уға тағы ла нығыраҡ йоғонто яһай, ул уны аҫтан "ашай". Көндән-көн боҙ йомшара һәм ыуала бара. Бындай боҙҙа хәрәкәт бик хәүефле икәне аңлашыла. Тау йылғалары билдәле әҙерлеге һәм күнекмәләре булмаған  туристар өсөн катамарандарҙа һәм байдаркаларҙа йөҙөү ҙур хәүеф тыуҙыра. Балыҡ тоторға яратыусыларға бәләкәй судноларҙы файҙаланғанда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк.

Яҙғы боҙҙоң көҙгө һәм ҡышҡы боҙҙан ҡырҡа айырылып тороуын белеү мотлаҡ. Әгәр көҙгө һәм ҡышҡы боҙ хәүеф тураһында иҫкәртеп, кеше ауырлығынан ярыла башлаһа, яҙғы боҙ шунда уҡ кителә һәм ыуалып төшә. Был ваҡытта өлкәндәрҙең балаларҙы күҙәтеүен мөмкин тиклем көсәйтеү, аңлатыу эштәре алып барыу, уларға боҙҙа уйнау ваҡыты бөткәнен һәм йылға йәки башҡа һыу ятҡылығы янында бик хәүефле булыуын аңлатыу зарур. Фажиғәләрҙән ҡотолоу өсөн өлкәндәр балаларҙы һыу ятҡылыҡтарына күҙәтеүһеҙ ебәрмәҫ өсөн барыһын да эшләргә тейеш.

Яҙ үҙенекен итә - һыу ятҡылыҡтарында боҙ ирей, ҡар һыуҙары ағып төшә һәм йылғалар ярҙарынан сыға. Һыу ҙур территорияларҙы баҫа, шул уҡ ваҡытта кешеләр, хайуандар йәрәхәтләнә һәм һәләк була, торлаҡ, сәнәғәт биналары һәм ҡоролмалары, коммуналь хужалыҡ объекттары, юлдар, электр тапшырыу һәм элемтә линиялары емерелә йәки зыян күрә.

Ҙур емереклектәрҙе һәм бәлә-ҡазаларҙы булдырмау маҡсатында ташҡынға алдан әҙерләнергә, быуалар һәм дамбаларҙың торошон күҙәтергә, кәрәкле инженерлыҡ эштәрен башҡарырға, һауа торошон ҡарап барырға, мәғлүмәт хеҙмәте хәбәрҙәрен тыңларға, йөҙөү һәм ҡотҡарыу сараларын әҙерләргә кәрәк.

Бәлә-ҡазанан ҡотолоу өсөн иң ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк: ташҡын ваҡытында боҙға сыҡмағыҙ, боҙҙа шыумағыҙ! Боҙло һыуҙа хатта өлкән кеше лә 20 минуттан артыҡ сыҙай алмай, тәне артыҡ ныҡ һыуыныуҙан һәләк була. Бынан тыш, һыуланған кейем аҫҡа, тәрәнгә һөйрәй. Был үлемде тиҙәйтеүе ихтимал. Әгәр ҙә аяғығыҙ аҫтында боҙ уйылып, боҙло һыуға эләкһәгеҙ һәм эргәгеҙҙә ярҙам итер кеше булмаһа, паникаға бирелмәҫкә тырышығыҙ, тиҙ һәм ышаныслы итеп сығырға ынтылығыҙ. Һыуға башығыҙ менән сумыуҙан һаҡланыу бик мөһим. Бының өсөн ҡулығыҙҙы боҙҙар өҫтөнән ике яҡҡа һуҙығыҙ, боҙҙарҙы онтамаҫҡа тырышығыҙ. Һаҡ ҡына, киҫкен хәрәкәттәрһеҙ генә, боҙ ситенә күкрәгегеҙ менән ятып һәм уның өҫтөнә аяҡтарығыҙҙы бер-бер артлы күтәреп һалып, өҫкә сығырға ынтылығыҙ. Боҙ өҫтөнә сыҡҡас, аяғығыҙға баҫырға, хатта тубыҡланырға ла тырышмағыҙ, йүгермәгеҙ, ә һаҡ ҡына хәрәкәттәр менән үҙегеҙ килгән яр яғына тәгәрәргә йәки шыуышырға маташығыҙ.

Әгәр һеҙҙең күҙ алдында боҙ уйылып, кеше төшөп китһә, “112” йәки “01” телефондары аша был турала ҡотҡарыу хеҙмәттәренә хәбәр итергә ашығығыҙ, ҡотҡарыу өсөн бөтә сараларҙы күрегеҙ, оҫталыҡ һәм ҡул аҫтындағы сараларҙы ҡулланығыҙ.

Ринат НУРИЕВ, бәләкәй суднолар буйынса өлкән дәүләт инспекторы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: