Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель , 16:44

Аҙналыҡ бик фәһемле үтте

Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһында һәр ваҡыттағыса шаулап-гөрләп “Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы” үтеп китте.

Аҙналыҡ бик фәһемле үтте
Аҙналыҡ бик фәһемле үтте

Уны ҡала лицей-интернатының IV “а” класы уҡыусылары менән (тәрбиәсеһе Роза Абдулла ҡыҙы Шакирова) туған тел көнөнә арналған “Юбиляр шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыйбыҙ” флешмобы менән асып ебәрҙек.

Ҙур ҡәнәғәтлек менән “Ирина Токмакованың китап донъяһы”әҙәби сәғәттә ҡаланың коррекция мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты. Башта китапхана буйлап экскурсия үткәрелде, балалар стеллаждар араһында йөрөп, китаптарҙың күп булыуына ғәжәпләнделәр, уларҙы тотоп, асып та ҡаранылар, китапхананың тарихы менән ҡыҫҡаса ғына танышып киттеләр. Артабан рус яҙыусыһы Ирина Токмакованың китап доъяһына сәйәхәт ҡылдылар, уйындар уйнанылар, һорауҙарға яуап бирҙеләр, ҡыҙыҡлы, тик яҡшылыҡҡа өйрәткән “Киске әкиәт”те ҡаранылар, шағирәнең китаптары таныштылар.

Ирина Томакованың ижады менән танышыу “Аҡ сәскә” исемле 5-се балалар баҡсаһының мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә лә үткәрелде. Шағирәнең бәләкәйҙәр өсөн яҙған шиғырҙарын балалар ҙур ихласлыҡ менән тыңланы.

“Әкиәттә ҡунаҡта” китапхана дәресендә ҡаланың 3-сө мәктәбенең II класс уҡыусыларына китаптар тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирелде. Осрашыу экскурсиянан башланып, төрлө тематикалы булған китаптар, энциклопедиялар менән таныштырыуға йүнәлтелде. Балалар төрлө конкурстарҙа, викториналарҙа ҡатнашып, үҙ белемдәрен һынанылар, “Белемле ҡыҙ” йәнһүрәтен ҡаранылар.

Рәмзәнә Әбүталипова ижады буйынса “Тормош тураһында яҙам” шиғри уҡыуҙар  “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһының “Ялансыҡ” өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән (тәрбиәсеһе Гөлназ Вәкил ҡыҙы) менән үткәрелде. Сара барышында балалар шағирәнең тормошо һөм ижады менән таныштылар, яҙ миҙгеленә арналған шиғырҙары уҡып ишеттерелде. “Тамсылар һәм боҙбармаҡ”, “Киреһен әйт”, “Эйе - юҡ”, “Яҙғы һүҙҙәр” исемле уйындарын уйнап, балаларҙың күңелдәре күтәрелде, йомаҡтар систеләр, викторина һорауҙарына әүҙем яуап бирҙеләр.

“Әкиәттәр донъяһында” әҙәби уйыны “Йәйғор” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн үткәрелде. Сара бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Балалар кроссвордтар систеләр, “Һүҙҙе әйтеп бөт”, “Дөрөҫ итеп әйт”, “Йомаҡтар” конкурстарында, “Һорау - яуап”та ҡатнаштылар.

Аҙналыҡты 5-се балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре менән  Ирина Пивоварованың ижадына арналған “Бергә көләбеҙ” әҙәби сәйәхәте менән тамамлап ҡуйҙыҡ. Яҙыусының биографияһы менән ҡыҫҡаса танышҡас, уның китапханала булған барлыҡ китаптарын уҡырға тәҡдим ителде, шиғырҙары менән яҡындан танышыу өсөн төрлө дидактик уйындар ойошторолдо, “Мөғжизәле таяҡ” диафильмын, “Жираф һәм күҙлек” йәнһүрәте күрһәтелде. Шағирәнең ҡыҙыҡлы шиғырҙарын уҡып, бөтә булған яғымлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрҙө балалар. “Яғымлы ишәк” шиғыры буйынса әңгәмә ойошторолдо, бер кем дә ишәктең  шундай йәмһеҙ ҡылығын хупламаны.

Шулай итеп, был аҙналыҡта күп саралар үткәреп, балаларға өйҙә ғаилә менән ниндәй китаптар уҡырға кәрәклеге аңлатылды, сарала ҡатнашҡан ата-әсәйҙәргә лә китаптар тәҡдим ителде. Бындай саралар бик файҙалы һәм һәр бала, ололар үҙҙәренең уҡыу кимәлен арттырырға, үҫтерергә тейештәр. Юҡҡа ғына “Китап - белем шишмәһе” тип әйтмәгәндәр бит.

Флүрә ШАКИРОВА, китапхана мөдире.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: