Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Апрель , 14:29

Скутер - текәлекме, хәүефме?

Яҙ һәм йәй айҙары етеү менән мопед, скутер, квадроцикл һәм шундай техника менән йөрөүселәр һәм улар менән бәйле авариялар һаны арта.

Скутер - текәлекме, хәүефме?
Скутер - текәлекме, хәүефме?

Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы, полицияның кесе лейтенанты Айгөл ӘХМӘТЙӘНОВА әйтеүенсә, статистика буйынса күпселек осраҡта мототранспорт водителдәре - бәлиғ булмағандар. Үҫмерҙәр генә түгел, йыш ҡына бындай транспорт менән идара итергә хоҡуғы булмаған өлкәндәр ҙә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп, юл-транспорт ваҡиғаһын эшләй.

- Күпселек осраҡта бындай күңелһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәптәре булып, ике тәгәрмәсле транспорт сараһы водителдәренең үҙ мөмкинлектәрен артыҡ баһалауы арҡаһында килеп сыға. Ҡапыл тормозға баҫыу, юғары тиҙлектә боролошто үтеү һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнеү һәм имгәнеү алырға мөмкин. Балалар араһында иң йыш теркәлгән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙар булып юлдарҙа мопедта, скутерҙа һәм башҡа техникала шлемһыҙ йөрөү, водитель танытмаһы булмайынса мотоциклдар менән идара итеү, 14 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең мопедтарҙа, скутерҙарҙа, велосипедтарҙа дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөрөүе, үҙҙәренең оҫталығын һәм ҡыйыулығын күрһәтергә маташып трюктар яһауы, бер-береһе менән уҙышыуы тора.

Мопед, скутер, мотоцикл, тейешле хоҡуғы булмаған автомобиль менән идара иткән өсөн бәлиғ булмаған водителгә 16 йәше тулғандан һуң, Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.7-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡ янай (5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф), шул уҡ ваҡытта транспорт сараһы тартып алына һәм махсус урынға ҡуйыла. Парковка хеҙмәттәре арзан түгел, шуға күрә ата-әсәләргә байтаҡ ҡына аҡса түгергә тура киләсәк.

16-18 йәшлек үҫмерҙәрҙең административ хоҡуҡ боҙоуҙарын бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ҡарай. Әгәр йәш водителгә 16 йәш тулмаһа, уның өсөн законлы вәкилдәр - ата-әсәләр йәки опекундар яуаплы. Улар РФ-ның административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 5.35 һәм 12.7 статьяларының 1-се һәм 3-сө өлөшө буйынса, ата-әсә бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға мөмкин.

Ҡайһы берәүҙәр мототехника менән идара итеү өсөн таныҡлыҡ 16 йәштән бирелә тип уйлай. Әммә был бөтә категориялар өсөн түгел. РФ-ның ғәмәлдәге ҡануниәтенә ярашлы, 16 йәшкә еткәс “М” һәм “А” категориялы транспорттар менән идара итергә мөмкин. Әлегә беҙҙең районда бәлиғ булмағандарҙы был категорияларға уҡытыу буйынса хеҙмәттәр күрһәткән белем биреү ойошмалары юҡ. Бәлиғ булмаған бала автомәктәпкә уҡырға, теоретик курс үтергә бара ала, әммә
практик дәрестәргә уны индермәйҙәр. Ул водитель таныҡлығын 18 йәшенән һуң ғына ала. Өҫтәүенә, ата-әсәләр балаһына автомәктәптә уҡырға рөхсәт итеүҙәре һәм бының өсөн яуаплылыҡ алыуҙары тураһында ышаныс ҡағыҙы бирергә тейеш, был еңел транспорт саралары менән идара итеүҙең “В” категорияһына ҡағыла. Был документ нотариаль раҫланырға, белем биреү ойошмаһына һәм имтихан теркәү бүлегенә тапшырылырға тейеш. Тәжрибә күрһәтеүенсә, өлкәндәр йыш ҡына был ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай һәм балаларына уйламайынса техника һатып ала, бындай бүләктең эҙемтәләре аяныслы булыуы ихтималлығын аңламай.

Һуңғы ваҡытта электр самокаты бик популяр булып китте. 7-14 йәшлек бала бындай шәхси хәрәкәт сараларын ҡуллана ала, әммә өлкәндәр контроле аҫтында ғына. Әгәр ихата биләмәһенән ситтә йөрөргә кәрәк булһа, тротуар ситенән генә, үтеп барыусыларға ҡамасауламай ғына йөрөргә кәрәк. Юл аша сыҡҡанда йәйәүлеләр үтеү урынын ҡулланырға, велосипедсылар кеүек үк, самокаттан төшөп, ҡул менән этәләп сығыу талап ителә.

Башҡа сикләүҙәр ҙә бар: самокаттар, электр транспортына максималь рөхсәт ителгән тиҙлек сәғәтенә 25 саҡрым тәшкил итә; автомагистралдәрҙә, шул иҫәптән юл ситендә хәрәкәт итеү тыйыла; улар өсөн йәйәүлеләр һәр ваҡыт өҫтөнлөккә эйә; юлдарҙа йөрөгәндә самокаттар, электр транспорттары транспорт хәрәкәте ыңғайына, бер һыҙаттан ғына барырға тейеш; уларҙы буксирлау тыйыла; башҡа транспорт сараларын уҙып китергә йәки урап үтергә (шул иҫәптән парковкаланған автомобилдәрҙе) хоҡуғы юҡ; хәрәкәт иткәндә һәм торлаҡ зонаһынан сыҡҡанда барыһына ла юл бирергә тейеш; велосипед зонаһында ул бөтә механик транспорттан өҫтөнлөккә эйә һәм унда йөрөй ала. Әгәр тротуар, йәйәүлеләр юлы, юл ситендә йәки йәйәүлеләр зонаһында самокаттар йәйәүлеләрҙе хәүеф аҫтына ҡуйһа, йәки уларға ҡамасаулаһа, водитель йәйәүлеләр хәрәкәте тиҙлеге менән бер тиң барырға тейеш.

2007 йылдың 4 декабрендәге 329-сы Федераль закон нигеҙендә патбайктар, спорт мотоциклдары һәм бәләкәй ҡеүәтле квадроциклдар спорт инвентары булып һанала. Шуға күрә, улар дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа хәрәкәт итеү өсөн тәғәйенләнмәгән,уларҙы тик тректарҙа йәки махсус спорт майҙансыҡтарында ғына ҡулланырға мөмкин. Күнекмәләр урынына тиклем алып барыу өсөн еңел автомобилдәрҙең прицептары менән файҙаланырға кәрәк, уларҙың руле артында тейешле категориялы водитель танытмаһы булған өлкән кеше ултырырға тейеш. Әгәр күнекмәләрҙәнһуң үҫмер спорт мотоциклында юлға сыҡһа һәм бындай осраҡты ЮХХДИ инспекторы теркәгән булһа, техниканы штраф туҡталҡаһына алып китергә мөмкин.

Спорт инвентары теркәлеү иҫәбенә ҡуйылмай. Әммә двигатель күләме 50 куб сантиметрҙан һәм унан да күберәк булһа, транспорт сараһын иҫәпкә ҡуйыу кәрәк. Был осраҡта транспорт сараһына паспорт (ПТС) рәсмиләштерелергә тейеш, хужаға уны ЮХХДИ бүлексәһендә теркәргә, таныҡлыҡ (СТС) һәм дәүләт номеры алырға кәрәк.

Ололарға һәм ата-әсәләргә айырым мөрәжәғәт итәм: бәлиғ булмаған балаға транспорт менән идара итеүҙе ышанып тапшырыр алдынан (тыуған көнөнә йәки дәртләндереү сифатында бүләк итергә йыйынһағыҙ) яҡшы уйлағыҙ. Һеҙ үҙегеҙ йыш ҡына юлда үҫмерҙәрҙең насар ҡыланышын күрәһегеҙ, балаларҙың йәрәхәтләнеүе йәки һәләк булыуы тураһында яҡшы беләһегеҙ.

Ял көндәрендә балаларҙы айырыуса ентекле контролдә тоторға, уларҙың автомобиль һәм мотоцикл асҡыстарына тейеү мөмкинлеген булдырмаҫҡа, скутерҙарҙы тейешле хоҡуҡ һәм машина йөрөтөү күнекмәләре булмайынса идара итеүҙе тыйырға кәрәк. Балаға бының нимәгә килтереүен аңлатыу мөһим. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, - ти Айгөл Айрат ҡыҙы. 

Йыл башынан алып район биләмәһендә транспортҡа механик зыян килтергән 364 осраҡ теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2196 административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған, улар буйынса протоколдар төҙөлгән. “Иғтибар, балалар!” акцияһы сиктәрендә бәлиғ булмаған балаларҙы тотоу ҡоролмаһыҙ автомобилдә йөрөткән өсөн РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 12.23-сө статьяһының 3-сө өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 22 протокол төҙөлгән.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: