Хөрмәтле граждандар! Беҙ кешеләрҙең утта һәләк булыуын һәм матди ҡиммәттәрҙең һаҡланыуын иҫкәртеү маҡсатында, янғын хәүефһеҙлеге сараларын теүәл үтәүегеҙҙе һорап мөрәжәғәт итәбеҙ.
Граждандарҙың иғтибарын тағы ла бер тапҡыр йортта хәүефһеҙлек сараларын үтәүгә, электр приборҙарының, электр үткәргестәрҙең, розеткаларҙың, щиттарҙың, штепсель шәлкемдәренең, шулай уҡ мейес төҙөклөгөн ваҡытында тикшереүгә йүнәлтәбеҙ.
Янғынға ҡаршы махсус режим ваҡытында һәм елле һауа торошонда граждандарға усаҡ яғыу һәм үлән яндырыу тыйыла! Янғынға ҡаршы сараларҙы алдан хәстәрләгеҙ һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Балаларға ут менән шаярырға ярамауын аңлатыу - өлкәндәрҙең бурысы.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Янғынды һүндереүгә ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк. Янғын сығыу осрағында 101 йәки 112 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Белорет ҡалаһындағы янғындарҙы иҫкәртеү төркөмө.