Матур байрам уңайынан Дауыт Юлтый исемендәге китапхана үҙенең дуҫтарын йыйҙы. Сарала ҡала лицей-интернатының II класс уҡыусылары һәм уларҙың тәрбиәсеһе Фаягөл Йәүҙәт ҡыҙы Баймөхәмәтова ҡатнашты.
Иң беренсе балаларға китапхана буйлап сәйәхәт үткәрелде, китап фондтары, яҙылыу ҡағиҙәләре тураһында аңлатма бирелде. "Онотмағыҙ бабаларҙың тарихын һәм ижадын, йолаһын һәм йырҙарын" исемле күргәҙмә музей ҙа балаларға бик оҡшаны. Артабан балалар йомаҡтар систеләр, кроссворд һорауҙарына яуаптар бирҙеләр. "Ул мин, ул мин, улар минең дуҫтарым", "Киреһен әйт", "Ҡырҡылған һүрәтте йый" исемле уйындарҙы уҡыусылар ҙур кинәнес менән уйнанылар. Ә инде "Йәнһүрәттең йырҙарын таны" уйыны айырыусы оҡшаны, уның барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар йәнһүрәттәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, ҡушылып йырланылар.
Сара аҙағында китапханасы Әлфиә Зәкир ҡыҙы Зәбирова балаларға йәйге каникул ваҡытында уҡырға китаптар тәҡдим итте.
Зөлфиә ХАРИСОВА, китапханасы.