Шул уҡ ваҡытта бөтә донъя селтәре үҙендә күп хәүефтәр йәшереп тора, бигерәк тә бәлиғ булмағандар өсөн.
28 майҙа киске сәғәттәрҙә дежур часҡа йәш кешенән шылтыратыу килә, ул үҙенең бәлиғ булмаған интернет-танышының мәкерле пландары тураһында белгәнен хәбәр итә. Шылтыратыусы әйтеүенсә, ҡыҙ ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә хәүефле әйбер ҡалдырған һәм 2 миллион һум аҡса талап итә.
Ваҡиға урынына шунда уҡ ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә. Объектты һәм уның эргәһендәге биләмәләрҙе тикшереү һөҙөмтәһендә хәүефле бер нәмә лә табылмай. Терроризм акты тураһында ялған хәбәр итеү факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре сауҙа үҙәген “ҡурҡытҡан” ҡыҙҙың кемлеген асыҡлай. 14 йәшлек ҡыҙ йәшәгән фатирға тәфтиш-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре килә. Әммә ул да, әсәһе лә хәлде аңлата алмай. Һуңынан асыҡланыуынса, ҡыҙ сваттинг ҡорбаны була.
Сваттинг - махсус хеҙмәттәрҙең уның адресына сығыу маҡсатында ҡорбан исеменән енәйәт ҡылыу ҡурҡынысы тураһында ялған хәбәр. Был конкрет кеше өсөн үс алыу, йәки яза, шантаж, ҡайһы берҙә шаяртыу. Был ғәмәлдәр айырыуса онлайн-берләшмәләрҙә популяр була, унда сваттерҙар аноним.
Һорау алған ҡыҙ йәштәр араһында популяр фотобатлда, йәғни социаль селтәрҙәрҙә ойошторолған фотоконкурста ҡатнашҡанын аңлата. Шарттар буйынса, берләшмә ағзалары оҡшаған фото өсөн тауыш бирә, ә еңеүселәр иғтибар, рейтинг күтәреү, ҡайһы берҙә аҡсалата приз ала. Үҫмер әйтеүенсә, уның фотоһы аҫтында тауыш йыйыу өсөн ул аҡса түләргә тейеш була, әммә, быны эшләргә теләмәй. Һөҙөмтәлә, билдәһеҙ сваттер уның ысынбарлыҡта булмаған ниәттәре тураһында полицияға хәбәр итә.
Был осраҡ буйынса әлеге ваҡытта тикшереү алып барыла, шылтыратыусының шәхесе, инцидент сәбәптәре асыҡлана. Ҡыҙ һәм уның әсәһе менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрелде.
Хөрмәтле үҫмерҙәрҙең атаәсәләре! Балаларҙы Интернет хәүефтәре тураһында иҫкәртегеҙ, уларға селтәрҙәге тәртип тураһында аңлатығыҙ. Үҙ сиратығыҙҙа баланың ышанысын мөмкин тиклем яуларға тырышығыҙ, уның Интернеттағы мауығыуҙары менән ҡыҙыҡһынығыҙ, иғтибарлы булығыҙ. Үҫмерҙең тәртибе, көйәләнеүе һеҙҙе борсорға тейеш.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, Интернетта балағыҙҙы рәнйетергә, ҡурҡытырға йәки мыҫҡылларға мөмкиндәр. Балаларығыҙға башҡаларға адрес, телефон номеры һәм башҡа шәхси мәғлүмәт, шул иҫәптән ҡайһы мәктәптә уҡыуы һәм яратҡан уйындары тураһында хәбәр итеүҙе тыйығыҙ.
Әгәр балаларығыҙ чат ҡуллана икән, һеҙ уның кемдәр менән әңгәмәләшкәнен белергә тейеш. Көн һайын балаларығыҙҙың ниндәй Интернет ресурстарына ингәнен тикшереүҙе ҡағиҙә итеп алығыҙ.
Интернетта үҫмерҙең хәүефһеҙлеге - ул уның шәхси арауығын боҙоу түгел, ә һаҡлыҡ сараһы һәм ата-әсә яуаплылығы һәм хәстәрлеге сағылышы.
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.