Дөйөм мәҡәләләр
10 Июня 2024, 06:09

Бал ҡорттарына хәүеф янай

Хәүефле вирус таратыусы бөжәктәр арҡаһында Башҡортостан бал ҡорттарына юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.

Бал ҡорттарына хәүеф янайБал ҡорттарына хәүеф янай
Бал ҡорттарына хәүеф янай

Инфекция тиҙ тарала һәм уны асыҡлау ауыр, сөнки симптомдар бик һуң күренә. Урта Рәсәй бал ҡорттары күпләп һәләк була. Башҡортостан умартасылары йәмғиәте Үзбәкстандан бал ҡорто пакеттарын һатып алып, тикшереүгә ебәргән һәм уларҙа үлемесле вирус булыуы раҫлаған. Россельхознадзор Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Үзбәкстандан бал ҡорто ғаиләһен индереүҙе ваҡытлыса тыйған, әммә, Ташкенттың ҡайһы бер компанияларына был ҡағылмай. 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас