Бөтә яңылыҡтар

"Мин яратам һине, тыуған илем!"

12 июнь - Рәсәй көнө билдәләнә. 

"Мин яратам һине, тыуған илем!"
"Мин яратам һине, тыуған илем!"

 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР халыҡ депутаттары съезы Рәсәй суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итә. Был иреклек, азатлыҡ, граждандар тыныслығы һәм кешеләрҙең килешеп йәшәү байрамы.

Ошо уңайҙан Яныбай  Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының "Йәйләү" көндөҙгө лагерына йөрөгән балалар өсөн Дауыт Юлтый исемендәге китапхана хеҙмәткәрҙәре  "Мин яратам һине, тыуған илем!" исемле сара үткәрҙе.

Сара барышында кескәй дуҫтарыбыҙ Рәсәйҙең флагы, гербы һәм гимны менән таныштылар, күмәкләшеп гмнды йырланылар. "Флагты тапшыр һәм һөйкөмлө һүҙ әйт", "Аҡ, күк, ҡыҙыл" исемле уйындар уйнанылар, "Йомаҡты әйт", "Кем икәнен асыҡла", "Фразаны дауам ит", "Рус армияһы" кеүек викторина һорауҙарына әүҙем яуап бирҙеләр.

Сара һуңында "12 июнь - Рәсәй көнө" исемле китап кәштәһенә байҡау яһалды. Балаларға "Россия", "История Москвы", "Народы России", "Древняя Русь", "Герои русской истории" һ.б. китаптар тәҡдим ителде. Осрашыу бик күңелле булды.

Әлфиә Зәбирова, Дауыт Юлтый исемендәге модель китапханаһы библиографы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: