Бөтә яңылыҡтар

Бөйөктәр бешерәйек

Ҡамыр өсөн 1 стакан кефир, 3 стакан он, 0,5 стакан көнбағыш майы, бер сәй ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ, 25-30 г әсетке, 30 мл йылы һыу, эслеккә бешкән 3 йомортҡа, 500 г ҡуҙғалаҡ кәрәк.

Бөйөктәр бешерәйек
Бөйөктәр бешерәйек

Ҡамырҙы баҫып, бер сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Ҡуҙғалаҡты йыуып, киптереп, уртаса итеп турағыҙ. Бешкән йомортҡаны ваҡлап уға ҡушабыҙ. Әйткәндәй, эслеккә ҡара һуған ҡушып та ебәрергә була. Табала ҡыҙҙырып алынған әскелтем бөйөрөктәрҙең тәме һәр кемгә хуш килер.

Татлы бөйөрөк өсөн: 300-400 г ҡуҙғалаҡ, 2/3 стакан шәкәр, 2-3 стакан он, 1/3 стакан үҫемлек майы, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ ҡоро сүпрә, 1,5 стакан һыу йәки һөт, 1 йомортҡа кәрәк.
Йылы һыу йәки һөткә 2 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ он, сүпрә һалып болғатабыҙ ҙа 15 минутҡа йылы урынға ҡуйып торабыҙ. Тоҙ, май, он ҡушып, ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы ваҡ киҫәктәргә йәйәбеҙ. Уртаһына туралған ҡуҙғалаҡ һалабыҙ, өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ, ситтәрен йәбештереп сығабыҙ. Пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға бөйө­рөктәрҙе теҙәбеҙ һәм туғылған йомортҡа яғабыҙ. 190 градусҡаса эҫетелгән мейестә 20 минут самаһы бешерәбеҙ.

 
 
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: