Бөтә яңылыҡтар

Бысаҡ менән ташланған

Белорет районында йәшәгән ир ҡатынын аш-һыу бүлмәһендәге бысаҡ менән саҡ үлтермәгән.

Бысаҡ менән ташланған
Бысаҡ менән ташланған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса дежур бүлегенә Тирлән ауылынан шылтыратып, полициянан ярҙам кәрәклеген хәбәр итәләр. Ҡатын әйтеүенсә, ул йорттоң икенсе ҡатында йәшеренгән, ә аш-һыу бүлмәһендә иҫерек ире бысаҡ менән  сәнсергә янай.

Күрһәтелгән адресҡа шунда уҡ полиция наряды ебәрелә. Ғариза биреүсе ире иҫерек килеш өйгә һуңлап ҡайтҡанын һөйләй. Бер ниндәй сәбәпһеҙ ул ғауға ҡуптара башлай, ә һуңынан бәхәс ҡупҡанда ир тартманан бысаҡ сығара һәм ҡатынын сәнсергә йыйына. Ҡатын ҡотолоу әмәлен таба һәм хәүефһеҙ урынға ҡаса, унан полицияға шылтырата.

Тәртип һаҡсылары алдында дебошир тыныслана. 49 йәшлек ир полиция бүлегенә тикшереү өсөн килтерелә. Ул үҙ ғәйебен таный һәм ҡылығы өсөн үкенә, ул был юл менән ҡатынын ҡурҡытырға ниәтләүен белдерә. Иргә ҡарата үлтереү менән янау буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланған, раҫланған ғәйепләү акты менән енәйәт эше материалдары судҡа ебәрелгән.

Гөлфиә НОРОТҠОЛОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге дознавателе.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: