Бөтә яңылыҡтар

"Барыһы ла яҙылһын"

Гәзитебеҙгә киләһе ярты йылға яҙылғандар араһында уйнатылған “Аҙна бүләге” уйынының сираттағы еңеүсеһе - Бирҙеғол ауылынан Рәмзиә СОЛТАНОВА.

"Барыһы ла яҙылһын"
"Барыһы ла яҙылһын"

.Рәмзиә Мөхәмәтйәр ҡыҙы 78 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, “Урал” гәзитенән бер ваҡытта ла айырылғаны юҡ. Район баҫмаһынан тыш, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәрен, “Ағиҙел” журналын алдыра. Беҙҙең быуын милли матбуғатты, китап-журналдарҙы уҡып үҫкән, шуға күрә, гәзит уҡымайса тора алмайым һәм даими яҙылам. 7 йыл элек гүр эйәһе булып ҡалған хәләлем Иҙрис Алсынбай улы менән ике ҡыҙға һәм ике улға ғүмер бирҙек. Төрлө эштәрҙә эшлргә тура килде, һуңынан мәктәптең яғыулыҡ ҡаҙанында эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыйым. Ҡөрьән китабы ла һәр саҡ эргәмдә. Әле хаҡлы ялдағы Сәүиә ҡыҙым менән бергә йәшәйем, хәлемсә ейән-ейәнсәрҙәр ҡарашам, аш-һыу тирәһендә ярҙамлашам. “Урал” гәзитендә сыҡҡан барлыҡ мәҡәләләр оҡшай, хикәйәләрҙе көтөп алам, кәңәштәрен дә бирәләр. Үрнәк алырлыҡ йәштәр, уңған, тырыш райондаштарыбыҙ тураһында уҡып ҡыуанам. Районыбыҙҙың берҙән-бер башҡорт баҫмаһына барлыҡ милләтәштәребеҙ яҙылһын, уҡыһын, уны таратырға ярҙам итһен! Барлыҡ гәзит уҡыусыларға һаулыҡ, имен тормош, донъя именлеге теләйем, - тине Рәмзиә Мөхәмәтйәр ҡыҙы. МӨХӘРРИРИӘТ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: