Бөтә яңылыҡтар

Баҡса еләгенән компот

Баҡса еләгенән күптәр ҡайнатма ҡайнатып, шәкәргә болғап туңдырғысҡа ла тығып ҡуйғандыр инде. Һеҙгә баҡса еләгенен (виктория) компот тәҡдим итәбеҙ.

Баҡса еләгенән компот
Баҡса еләгенән компот

Бының өсөн (3 литрлыҡ банкаға)

Виктория еләге – 400 гр.

Шәкәр ҡомо – 400 гр.

Һыу - 3 литр кәрәк буласаҡ.

Банкаларҙы йыуып стерилләштерәбеҙ. Ҡапҡастарҙы ҡайнатабыҙ. Ҙур һауытҡа үлсәп һыу ҡайнатырға ҡуябыҙ.  Ҡайнап сығыр алдынан шәкәр ҡомо һалабыҙ һәм ҡайнатып сығарабыҙ.

Йыуылған еләкте үлсп банкаларға һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡан сиропты еләкле банкаларға ҡоябыҙ ҙа ҡапҡас менән ҡаплайбыҙ.

Ҡышҡылыҡҡа компот әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

 

«Тәмле рецептлар» төркөмөнән.

 

 

Автор:
Читайте нас: