Бөтә яңылыҡтар

Энәлек (Боярышник)

Емештәрендә А, К, С, Е, В төркөмө витаминдары, флавоноидтар, крахмал фруктоза, эфир майҙары, органик кислоталар, холин, сорбит, пектин бар.

Энәлек (Боярышник)
Энәлек (Боярышник)

Үҫемлек ҡан баҫымын кәметә, йөрәк эшмәкәрлеген нормалләштерә, нервы системаһын нығыта. Энәлек төнәтмәһе капиллярҙарҙы нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта, ҡан тамырҙарын киңәйтә, спазмдарҙы бөтөрә, ҡанда холестерин күләмен кәметә, бәүел ҡыуыу тәьҫире яһай.

12 йәшкә тиклемге балаларға, гипотониктарға, йөклө ҡатындарға һәм имеҙгән әсәйҙәргә ҡулланыу кәңәш ителмәй. Артыҡ доза ҡулланғанда йоҡоһоҙлоҡ, күңел болғаныу, ҡоҫоу һәм диарея булыуы ихтимал.

Емештәре тулыһынса өлгөргәндән һуң сентябрҙең икенсе яртыһында йыйыла. Уларҙы сүп-сарҙан айыралар, бер аҙ ағып торған һыуҙа йыуалар, таҫтамал менән һөртәләр һәм йылы урында туҡымаға йәки пергаментҡа йәйеп киптерәләр.

Энәлекте 30-40 градус температурала (дым сыҡһын өсөн ишеген асып) мейестә лә киптерергә мөмкин.

Ҡулланыу алдынан табип менән кәңәәшләшеү мотлаҡ!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: