Бөтә яңылыҡтар

КҮК СУҠМАРБАШ (Василек синий)

Ҡулланыу өсөн ситке таждарын йыялар.

КҮК СУҠМАРБАШ (Василек синий)
КҮК СУҠМАРБАШ (Василек синий)

Сәскәләрҙә гликозидтар, флавоноидтар, витаминдар, дуплаусы матдәләр, минераль тоҙҙар, буяу матдәләре бар.

Эсемлектәр һәм төнәтмәләр тирләтеү, температураны төшөрөү, бәүел һәм үт ҡыуыу, микробтарға ҡаршы көрәшеү үҙенсәлектәренә эйә. Үҫемлек яраларҙы дауалай, тынысландыра, ауыртыуҙы баҫа, спазмдарҙы бөтөрә, аш һеңдереүҙе яҡшырта һәм аппетитты арттыра.

Ҡатын-ҡыҙҙың енси ауырыуҙары, аналыҡтан ҡан килеүе, оҙайлы һәм яфалы күрем булғанда, йөклөлөк һәм имеҙеү осоронда ҡулланыу тыйыла.

Дауаланыу курсы оҙайлы булғанда табип менән килешеп, тәнәфес яһайҙар.

Ситке таждарын йолҡоп алалар һәм уларҙы елләтелгән ҡараңғы урында ҡағыҙға һалалар. Үләнгә ҡояш нурҙары төшөргә тейеш түгел, янған үләндәр файҙаһыҙ. Киптерелгән сеймал быяла банкала 2 йылдан артыҡ һаҡланмай.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: