Бөтә яңылыҡтар

Ҡурай еләгенән компот

Кәрәк: 500 гр ҡурай еләге, 300 гр шәкәр, яҡынса 1 литр һыу.

Ҡурай еләгенән компот
Ҡурай еләгенән компот

Ҡурай еләген һыуыҡ һыу аҫтында йыуығыҙ һәм һыуы һарҡын өсөн дуршлагҡа һалығыҙ.

Компот банкаларын бәләкәй күләмдәген алығыҙ, сөнки уны тиҙ генә эсергә кәрәк. Банкаларҙы сода менән һыуыҡ һыуҙа йыуығыҙ, ҡапҡастарҙы ҡайнатығыҙ. Банкаларҙы 150 градустағы духовкаға ҡуыйып 15-20 минут самаһы стерилләгеҙ. Һыуҙы ҡайнатығыҙ. Әҙерләнгән банкаларға ҡурай еләген һалығыҙ. Шәкәр өҫтәгеҙ. Әгәр кемгәлер әҙер компот етерлек татлы түгел кеүек тойолһа, шәкәрҙең күләмен арттырырға мөмкин. Ҡайһы бер хужабикәләр төҫө сағыу булһын өсөн компотҡа лимон кислотаһы өҫтәй. Әммә, ҡурай еләгендә күп күләмдә С витамины бар, өҫтәмә кислота уның тәмен яҡшыртмай һәм файҙалыраҡ итмәй, шуға күрә уны ҡушмау яҡшыраҡ.

Банкаларҙың ауыҙына тиклем ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа,  шунда уҡ стерилләнгән ҡапҡастар менән ябығыҙ.

Банкаларҙы ятҡырып, шәкәре ирегәнсе өрөлтөгөҙ. Әммә бик һаҡ булырға кәрәк, быны бейәләйҙәр ярҙамында эшләгеҙ. Компотлы банкаларҙы түңкәрегеҙ, юрған менән ҡаплағыҙ һәм бүлмә температураһында тулыһынса һыуынғансы ҡалдырығыҙ.

Ҡышҡылыҡҡа ҡурай еләге компоты әҙер. Уны бүлмә температураһында һәм һалҡын урында һаҡларға мөмкин.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: