Бөтә яңылыҡтар

Ҡарбузды нисек һайларға?

Ҡарбуз - күптәрҙең яратҡан йәйге тәмлекәсе һәм ул күптән инде баҙарҙарҙа, магазиндарҙа күпләп һатыуға сығарылған.

Ҡарбузды нисек һайларға?
Ҡарбузды нисек һайларға?

Әле үк был емеште һатып алырғамы, әллә көтөргә кәрәкме?

Белгестәр әйтеүенсә, ысын өлгөргән ҡарбуз беҙҙең баҙарға баҫыуҙарҙан август айының икенсе яртыһында эләгә.

Сифатлы ҡарбуз дөрөҫ шар формаһында, аҡ һыҙатлы ҡара йәшел төҫтә, өҫкө йөҙө ярыҡһыҙ һәм шыма. Үҫкән саҡта ерҙә ятҡан урыны ни тиклем һарыраҡ төҫтә була, ул шул тиклем бешкәнерәк була. Шулай уҡ тап саманан тыш ҙур булһа, ҡарбуз бешкән саҡта етерлек кимәлдә йылы булмаған, шуға ла оҙағыраҡ өлгөргән. Ундайҙар бик тәмле булмай.

Өлгөргән ҡарбузға ҡул менән һуҡҡанда - тауышы зыңлап тора. Бешмәгәненеке тоноҡ ҡына сыға, шулай уҡ үтә ныҡ бешеп, әсей башлағаны ла тоноҡ ҡына тауыш сығара.

Өлөшләп һәм ҡырҡып һатылған ҡарбуз һәм ҡауын һатып алмағыҙ, уларҙа эсәк инфекцияларын тыуҙырыусы микроорганизмдар үрсеү ихтималлығы ҙур.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: