Бөтә яңылыҡтар

Андыҙ (Девясил)

Ҡулланыу өсөн 2-3 йыллыҡ үҫемлектәрҙең тамырһабағы һәм тамырҙары йыйыла.

Андыҙ (Девясил)
Андыҙ (Девясил)

Үҫемлектең ер аҫты өлөшөндә полисахаридтар, эфир майы, камед, сапонин, ыҫмала, Е витамины, органик кислоталар, пектин, балауыҙ бар. Был бик яҡшы ҡаҡырыҡ сығарыусы, бабасырға ҡаршы, ҡан туҡтатыусы, уриноген. Тире ауырыуҙары булғанда яҡшы ярҙам итә.

Йөклөлөк, имеҙеү осоронда, бөйөр һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының ауыр сирҙәре, түбән ҡан баҫымы булғанда, 3 йәшкә тиклемге балаларға ҡулланырға ярамай. Үҫемлек ағыулы, шуға күрә дозаны арттырырға ярамай.

Тамырһабағын тамырҙары менән бергә үҫемлек емеш биргән ваҡытта (августан октябргә тиклем) ҡаҙып алалар. Сеймалды һалҡын һыуҙа йыуалар, нәҙек тамырҙарын алып ташлайҙар, ҡалған өлөшөн 5-10 см оҙонлоҡтағы киҫәктәргә турайҙар һәм урамда 2-3 көн һулытып алалар. Һуңынан елләтелгән бүлмәлә киптерәләр.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: