Бөтә яңылыҡтар

Ҡояш саҡырыу йолаһы

 Ямғырҙар оҙаҡҡа һуҙылһа, элек башҡорттар Ҡояш теләү (саҡырыу) йолаһын үткәргәндәр.

Ҡояш саҡырыу йолаһы
Ҡояш саҡырыу йолаһы
Ул ҡорбан килтереү, йола табыны һәм доға уҡыуҙан торған. Ҡояш саҡырыу өсөн йола ғәмәлдәрен, аҡ мал салып, тауҙа атҡарғандар.
Был йола үҙендә шулай уҡ тимер көсөнә ышаныуҙы сағылдыра: ишек алдына ялтыр метал әйберҙәр (тимерҙән эшләнгән һауыт-һаба, салғы һәм башҡалар) тышҡа сығарғандар йәки ергә бысаҡ ҡаҙағандар. Ҡояш күренеү менән уларҙы кире алып ингәндәр.
 
 
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: