Бөтә яңылыҡтар

Баҙар хаҡы ни хаҡ?

Яңы өлгөргән емеш-еләк һәм йәшелсә һаулыҡ өсөн кәрәкле витаминдарға, минераль элементтарға, органик кислоталарға, углеводтарға, пектин матдәләренә, макро һәм микроэлементтарға бай.

Баҙар хаҡы ни хаҡ?
Баҙар хаҡы ни хаҡ?

Тап йәй миҙгелендә беҙҙең организмдың улар менән туҡланып ҡалыуы бик мөһим. Әммә, һәр кемдең үҙ баҡсаһында барыһы ла үҫмәй, шуға күрә уларҙы һатып алырға тура килә. Ә ҡала кешеләрен иһә тулыһынса баҙар туйындыра тиерлек. Шулай итеп, яңы өлгөргән еләк-емешкә, йәшелсәләргә бөгөнгө көндә хаҡтар ни хаҡ?

5 литрлыҡ биҙрәләге абрикос - 500, слива - 450, картуф -  350 һум тора.

Еләк-емештәргә килгәндә: ҡауындың 1 килоһы - 100, ҡарбуз - 45,   черешня -  500,  абрикос, нектарин - 200, слива - 160-180, виноград - 370 һум.

Йәшелсәләрҙән: баклажандың 1 килоһы - 150, борос - 100-200,  кәбеҫтә - 55, картуф - 85, һуған - 55, һарымһаҡ – 250, кишер - 85, ҡыяр - 70 (Туймазыныҡы - 150), помидор - 100-150 (Волгоградтыҡы  -180) һум.

Умартасылар быйылғы уңыш менән бик ҡәнәғәт түгел. Ҡайһы бер райондарҙа ҡышҡы һыуыҡтар һәм ебәк күбәләге арҡаһында йүкә һәләк булды. Әммә бал яратыусылар артыҡ борсолмаһын, бал бөтәһенә лә етерлек. Быйылғы уңыш күләме уртаса булһа ла, уның хаҡы ла шул кимәлдә. Сәскә балының 3 литры  - 1800,  урман сәскәһенеке - 2400, тау сәскәһенеке - 2100;  ҡарабойҙай һәм донник балы - 2400 һум менән һатыла.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: