Закон 2024 йылдың 7 авгусынан үҙ көсөнә инә.
Йәмәғәт урындарына эттәр менән тирә-яҡтағыларҙың хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итеүсе морондоҡһоҙ, муйынсаҡһыҙ һәм муйынсаҡлы бауһыҙ сығыу ҡәтғи тыйыла. Был 30 сантиметрҙан бейегерәк эттәргә ҡағыла. Уларҙы махсус майҙансыҡтарҙа ғына бәйһеҙ ебәреү рөхсәт ителә. Был ҡағиҙәләр оҙатыусы эттәргә ҡағылмай.
Талаптарҙы үтәмәгәндә хужалар өсөн штраф 2-4 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн - 5-10 мең, юридик берәмектәр өсөн - 15-20 мең һум.
Хәүефле тоҡомло эттәрҙе йөрөтөү өсөн айырым ҡағиҙәләр бар. Уларҙы тик өйҙә генә үҙ аллы йөрөтөргә мөмкин. “Ихатала яуыз эт!” иҫкәртеүе мотлаҡ ҡуйылырға тейеш.
Хәүефле тоҡомдарҙы йәмәғәт урындарында йөрөтөү 14 йәштән өлкәндәргә генә рөхсәт ителә. Бер нисә эт булһа, сиратлап йөрөтөргә кәрәк. Бер хужа ике эттән артығын йөрөтөргә тейеш түгел. Ҡағиҙәне боҙған осраҡта хужаларға 4-5 мең
һум штраф янай. Вазифалы кешеләр өсөн был сумма - 10-15 мең, юридик шәхестәр өсөн 20-30 мең һум тәшкил итә.
Район-ҡала ветеринария станцияһы.