Ҡатын өс ай элек билдәһеҙ ирҙең уға биржа платформаһында табыш алырға ярҙам итергә вәғәҙә итеүен, әммә вәғәҙәһен үтәмәүен һөйләй.
Зыян күреүсе әйтеүенсә, март аҙағында ул Интернетта ҡиммәтле ҡағыҙҙарға инвестицияларҙан яҡшы килем вәғәҙә иткән рекламаны күрә. Тәҡдим мауыҡтырғыс булып күренә ,шуға күрә ҡатын һылтанма буйынса үтә һәм сайтта телефон номерын һәм исемен күрһәтә. Тиҙҙән уға ниндәйҙер Роман шылтырата, ул үҙен финанс аналитигы тип таныштыра һәм капитал һалыуҙың нескәлектәрен өйрәнеүҙә ярҙам итергә тәҡдим итә. Бөтә аралашыу мессенджерҙарҙа һәм “финансист” һораған ҡушымталарҙа була. Ул ҡатынды киләсәктә процент килеменә иҫәп тотоп, инвестицияларға аҡса һалырға күндерә.
Башта ҡатын сит иҫәптәргә ҙур булмаған сумма аҡса күсерә. Уның уяулығы бер нисә тапҡыр килем булып картаға килгән бәләкәй генә сумма арҡаһында юҡҡа сыға. Шул саҡта ул ҙур аҡса һалырға ҡарар итә. Ҡатын үҙенең барлыҡ аҡсаһын йыя, бер нисә кредит һәм микрозайм рәсмиләштерә, дуҫтарына аҡса һорап мөрәжәғәт итә. Унан һуң барлыҡ сумманы ул күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә, әммә бер ниндәй ҙә табыш алмай. Был хәлдән һуң ике ай буйына аралашҡан финанс аналитигы менән бәйләнеш өҙөлә. Ханым мутлашыусының хәйләһенә эләгеүен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Дөйөм алғанда, ғариза биреүсе аферистарға 6 миллион һум самаһы аҡса күсергән. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Полиция йәнә бер тапҡыр халыҡҡа таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙа хәүефһеҙлек саралары тураһында иҫкәртә. Һеҙгә килгән мәғлүмәтте тикшерегеҙ, шикле коммерция тәҡдимдәренә яуап бирмәгеҙ һәм өсөнсө кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе таратмағыҙ. Мутлашыусыларға аҡсағыҙҙы урларға рөхсәт итмәгеҙ!