Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Август , 17:06

Ҡыҙыл көртмәле файҙалы

Дауалау өсөн ҡыҙыл көртмәленең емеше һәм япрағы ҡулланыла.

Ҡыҙыл көртмәле файҙалы
Ҡыҙыл көртмәле файҙалы

Ҡыҙыл көртмәле С витаминына бай. Уны ҡышҡы-яҙғы айҙарҙа зәңгенән һаҡланыу һәм дауаланыу өсөн ҡулланалар.

Емешен ашҡаҙандың әселеге түбәнәйгәндә, подагра, ревматизм кеүек ауырыуҙар булғанда, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, эс киткәндә ҡулланалар.

Япраҡтары бөйөрҙә таш булғанда, бөйөр лаҡаны һәм бәүел ҡыуығы шешкәндә файҙалы. Шулай уҡ ауыҙ эсе боҙолғанда, теш шешеп ҡанағанда төнәтмәһе менән ауыҙҙы сайҡарға кәрәк. 

Ҡыҙыл көрмәле шыйыҡсаһын ҡояшта артыҡ янғанда, быуындар ауыртҡанда, варикозлы сей яраларҙы йыуыу өсөн ҡулланалар, ангина ваҡытында уның менән тамаҡты сайҡаталар.

Ҡыҙыл көртмәле ҡайнатмаһы бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға мастит һәм башҡа шешеү ауырыуҙарынан ҡотолоу өсөн файҙалы (был осраҡта 2-3 сәй ҡалағы варенье тәғәйенләнә). Ҡайнатма простатитҡа ҡаршы ышаныслы сара булып һанала. 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: