Дөйөм мәҡәләләр
14 Августа 2024, 12:14

Бәшмәк маринадлау

Бәшмәктәрҙе 50 г тоҙ, 2 г лимон кислотаһы һалынған 1 литр  һыуҙа бешерергә.

Бәшмәк маринадлауБәшмәк маринадлау
Бәшмәк маринадлау

Унан һуң һыуын түгеп, банканың өстән бер өлөшөнә бәшмәктәрҙе тултырырға.

Маринад өсөн: 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 6 бөртөк хуш еҫле борос, ҡәнәфер, дәрсен (корица), 3 г лимон кислотаһына ярты литр һыу ҡойоп ҡайнатырға. Һуңынан 5 ҡалаҡ 5 %-лы һеркә өҫтәп, ҡабат утҡа ҡуйырға. Ошо маринадты бәшмәкле банкаларға ҡойорға һәм стерилләргә.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас