Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Август , 14:56

Дөрдөрҙө нисек күсерергә?

Дөрдөр сәскәһе бер урында 50-100 йыллап үҫә ала.

Дөрдөрҙө нисек күсерергә?
Дөрдөрҙө нисек күсерергә?

Әммә ваҡыт үтә барған һайын уның сәскәләре бәләкәйләнә һәм һирәгәйә, үҙәк тамыры көпшәләнеп ҡартая. Шул сәбәпле уны 7-10 йыл һайын айырып, күсереп ултыртыу яҡшы. Был эш өсөн иң опималь ваҡыт - 15 августан 15 сентябрь арауығы (әгәр көҙ йылы булһа, сентябрь аҙағында).

Сәскәнең һабаҡтарын киҫеп алырға ла, тамырҙарына зыян килтермәйенсә генә ҡаҙып алырға. Тамырҙарын йыуып, бер көн киптерергә һәм һәр ҡайһыһында өс-дүрт бөрө ҡалырлыҡ итеп бүлергә кәрәк.

Сәскә төрлө ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн тамырҙарҙы 30 минут марганцовка иретмәһендә тотоп алырға ла, 50 сантиметр тәрәнлектә ултыртырға кәрәк.

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: