Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Август , 12:09

Ҡабаҡтан омлет

Бының өсөн 2-3 ҡабаҡ, 4-5 йомортҡа, 130-150 г сыр, 4-5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, борос, һарымһаҡ кәрәк.

Ҡабаҡтан омлет
Ҡабаҡтан омлет

Ҡабаҡтарҙы таҙартып, йоҡа ғына итеп турайбыҙ.

Айырым һауытта йомортҡа менән ҡаймаҡты бергә туҡыйбыҙ. Тоҙ, борос, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәйбеҙ.

Форманы үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Унан бер рәт туралған ҡабаҡты теҙәбеҙ. Был ҡабаҡ өҫтөнә йомортҡалы массаны ҡоябыҙ. Унан һуң ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. Ошолай бер нисә ҡат эшләйбеҙ.

Иң өҫкө ҡатҡа ҡалған сырҙы һибеп, 180 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә 30-35 минутҡа оҙатабыҙ.

Ашығыҙ тәмле булһын!

ФОТО: balthazar.club

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: