Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Август , 16:46

Кишер файҙалы ла, туҡлыҡлы ла

Кишерҙе борон-борондан дауалау үҙенсәлектәре өсөн дә баһалағандар.

Кишер файҙалы ла, туҡлыҡлы ла
Кишер файҙалы ла, туҡлыҡлы ла

Гиппократ, мәҫәлән, күҙ ауырыуҙарынан шифаһы ҙур тип иҫәпләгән. Гректар кишерҙе зәйтүн майына ҡушып ашаған. Был май ашҡаҙан ауырыуҙарынан файҙалы. 
Кишерҙең составындағы каротин матдәләр алмашыныуын яйға һала, физик һәм аҡыл үҫешенә ярҙам итә,имунитетты арттыра. Каротин шулай атеросклерозды, яман шеште, организмдың ваҡытынан алда ҡартайыуын иҫкәртеү өсөн дә файҙалы. 
Кишер аш эшкәртеү процесын көйләй, йәрәхәттәрҙең тиҙерәк уңалыуына булышлыҡ итә, бөйөрҙәрҙән ҡомдо сығара. Һуты аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән, инфаркт кисергәндән һуң тәүге көндәрҙә йөрәк мускулының эшен көйләү өсөн тәҡдим яҡшы. Ундағы йод май алмашыныуын көйләп, һимереүҙән һаҡлай, артыҡ холестеринды ҡыуа. 

Кишер һутына бер нисә тамсы лимон һутын ҡушып һипкелдәрҙән ҡотолорға була. Сәстәр яй үҫкәндә лә ошо ҡатнашманы һөртөргә була.

КИШЕРҘӘН САЛАТ

Бының өсөн 2 кг кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә, 100 гр һарымһаҡты иҙергә, 300 гр татлы боросто һаламлап турарға кәрәк. Йәшелсәләргә 150 гр шәкәр, 100 мл 9 %-лы аш һеркәһе, 400 гр томат пастаһы, 250 гр үҫемлек майы, ярты балғалаҡ ҡара борос һәм 2 аш ҡалағы тоҙ ҡушырға.

Яҡшылап болғағас, һауытты утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, талғын утта 40 минут быҡтырырға. Әҙер салатты стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ябырға.

АШЫҒЫҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: