Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Август , 16:11

Яңы баҫма - яңы шатлыҡ

Һөйөнсө!

Яңы баҫма - яңы шатлыҡ
Яңы баҫма - яңы шатлыҡ

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй, Башҡортостан Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты Фәриха Вәлиуллинаның “Алтын тараҡ” һәм Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премияһы лауреаты Фәйрүзә Кинйәбаеваның “Көсөгөм” исемле китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡта кескәй уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс әкиәттәр, хикәйәләр, мажаралы сценарий, көләмәстәр, төрлө ҡыҙыҡлы шиғырҙар тупланған. Мәҫәлән Фәриха Нәҙербай ҡыҙының “Алтын тараҡ”, “Төлкө - тәрбиәсе”, “Дөмбәй менән Тумтыҡ”, “Аҡсәскәнең дуҫтары”,“Терпейән”, “Кәкүк - математик”, “Башҡала ҡунағы”, “Маҡтансыҡ әтәс” исемле әкиәттәрен, “Сәғәт нисә ине?”, “Күгәрсендәр ҡоро”, “Бесәйегеҙ башҡортмо?”, “Кескәйҙәр һөйләшә” тип аталған хикәйәләрен, Фәйрүзә Хәбетдин ҡыҙының “Бәхетлемен үҙ илемдә”, “Беҙҙең оло ғаилә”, “Изге йорт - туған мәктәп”,“Көлә-көлә иҫләрбеҙ”, “Һаумы, Яңы йыл!”, “Ватанды һаҡлаусылар”, “8 март - Әсәйҙәр байрамы”, “Балалар өсөн йырҙар” бүлектәрендәге шиғырҙарҙы балалар кинәнеп уҡыр һәм ул һәр кемдең яратҡан китабына әүерелер тип ышанабыҙ.

Авторҙарҙы ижад емештәре тупланған өр-яңы китаптарын ҡулдарына алыуҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңынан-яңы әҫәрҙәр, шиғыр-хикәйәләр ижад итеүҙәрен, илһамлы ижад, осло ҡәләм теләйбеҙ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: