Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Август , 12:00

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Инйәрҙә янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса рейд үтте. Айырым категорияларға ҡараған граждандар араһында янғын хәүефһеҙлеге, янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарын ҡуйыу һәм уны дөрөҫ файҙаланыу буйынса аңлатыу эштәре алып барылды.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Район хакимиәте башлығы ҡарары менән үҙҙәре йәшәгән торлаҡтың янғын хәүефһеҙлеге кимәлен күтәреүгә мохтаж тип танылған башҡа категорияларға инмәгән граждандар категорияһына бөгөнгө мәлдә 284 ошондай ҡоролма тапшырылған. Халыҡты улар менән тәьмин итеү эше Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы хеҙмәтенең Инйәр янғын часы хеҙмәткәрҙәренә урындағы хакимиәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә тапшырыу йөкмәтелгән.

Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙы социаль ярҙам сараһы булараҡ бушлай алыу мөмкинлегенә социаль яҡтан хәүефле булған, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән 55 йәштән өлкән кешеләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, һәләк булған (мәрхүм) һуғыш инвалидының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының ғаилә ағзалары, Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары тарафынан ойошторолған концлагерҙарҙың, геттоларҙың, башҡа мәжбүри тотоу урындарының бәлиғ булмаған әсирҙәре, хәрби хәрәкәт инвалидтары һәм хәрәкәт ветерандары, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 03 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған һуғыш осоро балалары, 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған ете йәшкә тиклемге балалары булған  ғаиләләр (ғариза биреү тәртибендә) эйә. 2023 йылдың 29 июненән был хоҡуҡ менән түбәндәгеләр ҙә файҙалана ала: баҡса һәм дача ширҡәттәрендә теркәлгән кешеләр, шәхси йорттарҙа йәшәүсе хаҡлы ялдағылар.

Бының өсөн заявканы Янғынды иҫкәртеү үҙәгендә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 (347) 272-00- 24 телефоны буйынса йәки centrppu@ ppsrb.ru электрон почтаһы аша ҡалдырырға мөмкин.

Янғын сигнализацияһын урынлаштырып, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен генә түгел, мөлкәтегеҙҙе лә һаҡлайһығыҙ!

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Рәил ХИСМӘТУЛЛИН,

Инйәр янғын часы начальнигы.

Автор:
Читайте нас: