Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Август , 15:47

Ташҡабаҡ эсендәге аш

Бының өсөн 1 ҙур һәм 4 бәләкәй ташҡабаҡ, 2 һуған, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 4 стакан һурпа, 100 мл ҡаймаҡ, 1 стакан һыу, 6 аш ҡалағы аҡ май, үҫемлек майы, тәмләткестәр һәм тоҙ кәрәк.

Ташҡабаҡ эсендәге аш
Ташҡабаҡ эсендәге аш

Ҙур ташҡабакты уртаға бүлеп, тышын әрсергә, емештәрен таҙартырға һәм үҫемлек майы менән майлап, тоҙлап, борос һибеп табаға һалырға. Һарымһаҡты иҙеп, ҡабаҡ янына һалырға.

Бәләкәй ташҡабактарҙың баштарын ҡырҡып, эстәрен алырға һәм табаға теҙергә. Барыһын да фольга менән ҡаплап, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 45 минут тоторға. Бешеп сыҡҡас, ҙур ташҡабаҡ менән һарымһаҡты блендер ярҙамында иҙергә.

Кәстрүлгә аҡ май һалып, туралған һуғанды ҡыҙҙырырға. Уға ташҡабаҡ иҙмәһе, һурпа, ҡаймаҡ өҫтәп, барыһын бергә болғарға ла, 20-15 минут талғын утта тоторға. Ашты бәләкәй ташҡабаҡ-һауыттарға һалып сығырға. Үҙегеҙ теләгәнсә йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә була.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: