Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Август , 11:18

Мал йәнле һөнәрмәндәр

Бөйөк врач-физиолог Иван Павлов табип - кешене, ә ветеринар бөтә кешелекте дауалай, тигән.

Мал йәнле һөнәрмәндәр
Мал йәнле һөнәрмәндәр

Ысынлап та, был уникаль һөнәр, ул иҡтисад һәм социаль тормоштоң күп тармаҡтары, өлкәләре менән бәйле. Белгестәр алдында халыҡты хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте, хайуандарҙы кеше өсөн дә хәүеф тыуҙырған ҡурҡыныс ауырыуҙарҙан һаҡлау бурысы тора. Уларҙың хеҙмәте ни тиклем һөҙөмтәлерәк эшләһә,  төрлө ауырыуҙар тураһында хәүефле хәбәрҙәр шул тиклем һирәгерәк барлыҡҡа килә.
 
Район-ҡаланың Ветеринария станцияһында бөгөнгө көндә утыҙға яҡын хеҙмәткәр иҫәпләнә. Николаевка, Ломовка, Сосновка, Шығай, Туҡан, Татлы, Инйәр, Асы, Ҡағы, Әүжән ауылдарында һәм Белорет ҡалаһында участкалары бар. Ойошманың эшмәкәрлеге, бөгөнгөһө тураһында начальник вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илдар Вәлиәхмәтов бәйән итте:

- Беҙҙең көндәлек эшкә йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы саралар уҙғарыу, шәхси йорттарҙағы, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарындағы малдарҙы дауалау-иҫкәртеү, эшкәртеү эштәре, вакцинациялар эшләү, хайуандарҙы һәм ҡоштарҙы диагностикалау һәм мониторинглау, шулай уҡ аҙыҡ-түлек сеймалын һәм продукцияһын лаборатория тикшереүҙәре, ветеринар-санитар экспертиза яһау,  халыҡ һәм төрлө милек формаһындағы предприятиелар менән аңлатыу эше алып барыу инә.

Хайуандар үҙҙәрен нимә борсоғанын һәм ҡайһы ере ауыртыуын әйтә алмай. Уларға дауалау процедураларының файҙалы булыуын һәм бер аҙ түҙергә кәрәклеген аңлатып булмай. Кеше тыныс ҡына кисерә алған күп кенә процедуралар хайуандарҙа наркозды йәки тынысландырыусы препараттарҙы индереүҙе талап итә. 

Беҙҙең бурыстар: кешеләргә хәүефле, йоғошло хайуан ауырыуҙарының таралыуын иҫкәртеү буйынса даими эш алып барыу, шул иҫәптән сеймал һәм продукция аша, ә улар барлыҡҡа килһә, уларҙы бөтөрөү буйынса саралар күрергә кәрәк. Белгестәребеҙҙең эше арҡаһында район-ҡала биләмәһендә хайуандарҙың инфекцион һәм инвазион ауырыуҙары буйынса именлек һаҡлана. Бөгөн иң ҙур хәүефте африка сусҡа чумаһы, ҡоштарҙың юғары патоген грипп менән зарарланыуы, ҡотороу, бешмә, бруцеллез һәм башҡа ауырыуҙар тыуҙыра. Һыйырҙарҙан бруцеллёз, лейкоз, туберкулез, аттарҙан сапҡы, инфекцион анемия, бруцеллёз, тороғоу ауырыуы (шулай уҡ трихомонозға,  вибриозға мазок алына) кеүек сирҙәрҙе билдәләү өсөн ҡан алына. Һарыҡ һәм кәзәләрҙән бруцеллёзға һәм инфекцион эпидемитҡа ҡан алына.  Тикшереүгә Учалы ҡалаһы лабораторияһына ебәрәбеҙ.

Вакцинация план буйынса йылына ике тапҡыр уҙғарыла. Һыйырҙарға - ҡотороуға, Себер язваһына, эмфизматик карбункулға, нодуляр дерматитҡа, уҡраға, аттарға шулай уҡ ҡотороуға, Себер язваһына ҡаршы вакцина эшләнә.

Бесәйҙәргә һәм эттәргә йылына бер тапҡыр ҡотороуға ҡаршы прививка, ҡорттарға дегельминтизация яһала. Вакциналар дәүләт заданиеһы аша етерлек кимәлдә ебәрелеп тора. Ғөмүмән алғанда, эшебеҙҙең күпселек өлөшө профилактикаға китә. 

Бал ҡорттарының паразитар ауырыуҙары - бөтә донъя умартасыларына осраған киң таралған проблема булып тора. Беҙ уларҙы шундай ауырыуҙар - варроатоз, нозематоз, Америка һәм Европа серек ауырыуы, аскофероз һәм акаропидозға тикшерәбеҙ. Был сирҙәр шулай уҡ бал ҡорто колонияларына етди эҙемтәләр килтереүе мөмкин һәм көрәшкә комплекслы ҡараш талап ителә. Умартасылар беҙгә үлгән бал ҡорттарын, мисәтләнгән үрсемен килтерә һәм хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлау өсөн пробаларҙы  лабораторияға ебәрәбеҙ. Тикшереү һөҙөмтәләре умарталыҡ  справкаһында (паспортында) күрһәтелә. Позитив һығымта булған осраҡта, хужаһына санитар-ветеринар справка (әгәр умарта башҡа райондарға сыҡҡан осраҡта - паспорт) бирелә һәм был документ булмайынса, умарталыҡ  тотоу рөхсәт ителмәй. 

Шулай уҡ граждандарҙы “Ветеринария тураһындағы" законға үҙгәрештәр үҙ көсөнә инеүе сәбәпле,  ағымдағы йылдың 1 сентябренән ауыл хужалығы малдарын мотлаҡ тамғалау һәм уларҙы махсус электрон системала иҫәпкә ҡуйыу индерелеүе хаҡында иҫкәртәм. Талап сәнәғәт хужалыҡтарына ғына түгел, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ла ҡағыла. Электрон иҫәп хайуандарҙың күҙәтелеүен тәьмин итә, хәүефле ауырыуҙарҙың таралыуын булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә. Закон ауыл хужалығы малдары тотолған һәр хужалыҡ өсөн, шул иҫәптән шәхси ярҙамсылар өсөн дә бер төрлө эшләй. Хатта шәхси ихаталарҙа хайуандарҙы һатыу өсөн түгел, ә үҙ ихтыяждары өсөн тотһалар ҙа, уларҙы ла тамғаларға кәрәк, сөнки улар хәүефле инфекциялар сығанағы була ала. Теләһә ниндәй ауыл хужалығы малдары, шул иҫәптән йорт ҡоштары, ҡуян, һаҙ ҡондоҙо, төньяҡ болан, дөйә һәм бал ҡорттары тамғаланырға тейеш. Йорт хайуандары (бесәйҙәр, эттәр, өй ҡоштары һ.б.) иҫәпкә алынмай. Хужалыҡтарға бөтә кәрәкле процедураларҙы үткәреү өсөн билдәле бер ваҡыт бирелә. Аттар, ҡаҙҙар, мулдар һәм ишәктәр 2025 йылдың 1 мартына, тиреле хайуандарҙы 2025 йылдың 1 сентябренә, һарыҡ, кәзә, болан, дөйә, бал ҡорто, 10 баштан ашыу ҡуян һәм йорт ҡош-ҡорто (шул иҫәптән бүҙәнә, мысыр тауығы һәм страус) 2026 йылдың 1 сентябренән, 10 башҡа тиклем йорт ҡошо һәм ҡуянды 2029 йылдың 1 сентябренән  һуңға ҡалмайынса тамғаларға кәрәк.

Хайуандарҙы тамғалауҙың ике ысулы ҡаралған: индивидуаль һәм төркөм менән. Эре хайуандар өсөн икеһе лә мөмкин (һәм ҡайһы берҙә кәрәк), бал ҡорттары өсөн аңлайышлы сәбәптәр арҡаһында төркөмләп кенә мөмкин.
Хайуандарҙы электрон чип, бирка йәки муйынсаҡ, шулай уҡ тавро менән билдәләйҙәр. Маркировканан һуң хайуанға уникаль номер бирелә, уны дәүләт иҫәбенә ҡуйырға мөмкин. Бының өсөн бөтә мәғлүмәттәр “Меркурий” федераль мәғлүмәт системаһына, “Хорриот” компонентына индерелә. Хайуандарҙы үҙаллы теркәргә ярамай: уларҙы дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәре һәм предприятиеларҙың ветеринария белгестәре иҫәпкә ала.
Хайуандарҙы тамғаһыҙ тотоу һәм уларҙың ветеринар иҫәбен алыуҙан баш тартыу өсөн граждандарға хужалыҡ эшмәкәрлеген 60 тәүлеккә тиклем туҡтатыу һәм штраф янай. Ҡабаттан ҡағиҙә боҙған осраҡта санкциялар тағы ла ҡатыраҡ була. Шуға күрә был эшкә яуаплы ҡарарға кәрәк.

Һөнәри байрамыбыҙ алдынан ветеринария станцияһында оҙаҡ йылдар эшләгән, эшенә һәр саҡ яуаплы ҡараған тырыш хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп китмәү яҙыҡ булыр. Оҙаҡ йылдар район-ҡала Ветеринария станцияһы начальнигы вазифаһын атҡарған, бар ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған Валерий Федорович Золотарев, Шығай участкаһы мөдире Хәҙис Хәсән улы Сафуанов һәм ветеринар-фельдшер Илһам Саяр улы Шиһапов,  “Аструм” ҡала баҙарында урынлашҡан ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы мөдире Жанна Владимировна Нус һәм ветеринар-санитары Антонина Николаевна Байбурдина, Ломовка участкаһы мөдире Николай Николаевич Владельщиков һәм ветеринар-фельшеры Зөлфәт Риф улы Ғәликәев,  ветеринария станцияһы начальнигы урынбаҫары Олег Владимирович Кортюков, инфекция ауырыуҙары буйынса эпизотолог Игорь Вениаминович Сучков, Николаевка участкаһы мөдире Гөлнара Байегет ҡыҙы Зарипова һәм ветеринар-санитары Сергей Ильич Романов, бухгалтер Ольга Юрьевна Семенова, Татлы участкаһы мөдире Наталья Сергеевна Гаева, ҡаланың Чапаев урамында урынлашҡан участка мөдире Александр Евгеньевич Лаптев һәм ветеринар-фельдшеры Надежда Викторовна Лукманова, Инйәр участкаһы мөдире Илгиз Фәнил улы Шәрәфетдинов, Туҡан участкаһы мөдире Оксана Геннадьевна Хәмзина бер ҡасан да эштең ауырлығынан ҡурҡмаған, эшенә яуаплы һәм намыҫ менән ҡараған өлгөлө хеҙмәткәрҙәр булып тора.

Форсаттан файҙаланып, Ветеринария станцияһы коллективын, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы һәм ветеринар һөнәрен һайлаған һәр кемде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Эштәрендә уңыштар, яңы һөнәри бейеклектәр, ныҡлы һаулыҡ, кәйеф көрлөгө, ғаилә именлеге, илебеҙҙә тыныслы урынлашыуын теләйем, - тине Илдар Хәйретдин улы.
 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: