Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Сентябрь , 14:41

Ижад кешеһенең ҙур шатлығы

Яңы китап сыҡты!

Ижад кешеһенең ҙур шатлығы
Ижад кешеһенең ҙур шатлығы

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, прозаик, тарихсы, гәзитебеҙҙең даими авторы Ринат Шәйбәковтың “Хашим” исемле яңы китабы донъя күрҙе. Китаптың тиражы 1000 дана.

Автор “Хашим” исемле повесында ауылдашы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Сәғиҙә Мөхәмәтдинованың атаһы Хашимдың яҙмышын һүрәтләй, “Тау йылғаһы ярһыу аға” әҫәрендә һалсыларҙың һуғыштан һуңғы тормошо, яу юлдарында тыуған үкенесле мөхәббәт тарихы, геройҙарҙың ҡатмарлы йәшәү рәүеше аша халҡыбыҙҙың тарихи яҙмышы сағыла.

- Мөхәррирем Эльвира Мөнир ҡыҙы Ниғмәтйәнова үҙ эшен бик тиҙ атҡарып сыҡты. Китапҡа ике повесым инде. Тәүгеһе - “Хашим” исемле. Уның өҙөгө уҙған йылда “Урал” гәзитендә баҫылып сыҡты һәм уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Әҙәбиәт белгестәре лә уны бик ынғай баһаланы. Былтыр тикшереүгә тәҡдим иткәс, журналист, прозаик Миләүшә Ҡаһарманова тәүге баһа биреүсе булды. Китап итеп сығарырға кәрәк тип тәҡдим итте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы “Китап” нәшриәте планына индерҙе. Рәхмәтем уларға сикһеҙ!

Китапҡа ингән “Тау йылғаһы ярһыу аға” повесым 2020 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылды. Уны ла әҙәбиәт һөйөүселәр бик яратып ҡабул иткәйне. Китап варианты тағы ла нығыраҡ оҡшар, тип уйлайым.

Китабым үҙ уҡыусыһын табыр, ин шаа Аллаһ! Райондаштарым ғына түгел, республика күләмендә лә уҡыусылар ҡыҙыҡһынып уҡыр, тип өмөт итәм, - ти Ринат Гәрәй улы.

Ринат Шәйбәковты яңы китабы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә яңынан-яңы әҫәрҙәре менән уҡыусыларын ҡыуандырыуын теләйбеҙ!

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: