Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Сентябрь , 12:20

Кишерҙе нисек ҡышҡылыҡҡа һаҡларға?

Кишерҙе һаҡлау ысулдары бик күп. Һәр кем, мөмкинлегенән сығып, был йәшелсәне ҡышҡа әҙерләп ҡалдыра.

Кишерҙе нисек ҡышҡылыҡҡа һаҡларға?
Кишерҙе нисек ҡышҡылыҡҡа һаҡларға?

Кишерҙе ҡышҡылыҡҡа целлофан тоҡсайҙа һаҡлау ваҡыты 4-5 ай.

Вакуум пакеттарында йәшелсә 2-3 аҙна ғына ята, сөнки һауа булмау сәбәпле улар тиҙ боҙола. Вакуумды йәшелсәләрҙе туңдырыу өсөн генә ҡулланалар.

Целофан тоҡсайҙарҙың һәр береһенә 3 килограмға тиклем кишерҙе һалырға кәрәк. Ҡышҡа әҙерләгән кишерҙе яҡшылап йыуып, төптәрен ҡырҡып, сепрәккә һалып киптерәһең.

Аҙаҡ целлофан тоҡсайҙарға һалып, һауа инмәҫлек итеп баштарын бәйләйһең. Пакеттарҙа мотлаҡ бер нисә тишек эшләгеҙ, улар конденсатты елләтеү өсөн хеҙмәт итәсәк. Тоҡсайҙарҙы ҡағыҙ йәшниктәргә тултырып, баҙға ҡуяһың. Был формала кишер ҡоромай һәм серемәй. Әйтелгән кәңәште теүәл үтәһәгеҙ, ҡыш буйы яңы ҡаҙып алған кеүек кетерләп кенә торған кишер ашарһығыҙ.

Кишерҙе башҡа тамыраҙыҡтар, шул иҫәптән сөгөлдөр менән һаҡларға була. Башта пакетҡа кишер ҡатламы, һуңынан сөгөлдөр һалына. Уларҙың һаҡлау шарттары бер төрлө.

Кишер, сөгөлдөрҙән айырмалы рәүештә, картуф менән күршелекте яратмай һәм тиҙ боҙола.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: