Мөнирә Сәлмән ҡыҙы гүзәл тәбиғәтле, тау-урмандар ҡуйынында урынлашҡан Айыс ауылында ун өсөнсө бала булып донъяға килә. Шуҡ та, сая ла ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһында тегенсе һөнәрен үҙләштерә.
Студент йылдарында уҡ шиғырҙар яҙа, башҡортса ижад ителгән шиғырҙарын урыҫ милләтенән булған әхирәттәренә руссаға тәржемәләп һөйләп күрһәтә. Һәм әхирәттәре мотлаҡ район гәзите редакцияһына барырға кәңәш итәләр. Шунан бирле шиғриәт Мөнирә Сәлимйәнованың йәшәү рәүешенә әүерелгән. "Шиғыр яҙмай тора алмайым, күңелем шиғыр һорай", - ти шағирә.
Мөнирә Сәлмән ҡыҙының өр-яңы китабын ҡотларға йыйылған шиғриәт һөйөүселәр кинәнеп илһам карабында шиғриәт диңгеҙендә йөҙҙөләр. Китапханасы Роза Оморҙаҡова шағирә ижадына байҡау яһағандан һуң, Мөнирә Сәлмән ҡыҙы үҙенең ижадҡа килеү юлдарын хәтерләне.
Ҡотларға килгән ҡунаҡтар шағирәнең ижадын юғары баһаланылар. Инйәр хакимиәтенән Ләйсән Юлдашева ауыл хакимиәте исеменән сығыш яһап, Рәхмәт хатын тапшырҙы. Инйәрҙең 2-се мәктәбе исеменән Асия Йосопова һәм уҡыусылар үҙҙәренең мәктәп ашнаҡсыһы Мөнирә Сәлмән ҡыҙының ижадын тик йылы һүҙҙәр менән баһаланылар. Балалар авторҙың шиғырҙарын бик матур итеп һөйләне, Ҡатай һылыуы Лидиана Фәхретдинованың бейеүҙәре, ҡустыһы Рафаил Фәхретдиновтың ҡурай моңдары бөтәһен дә әсир итте.
Шағирәне Учалы районынан ҡәләмдәштәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары Әҡлимә Сафина, Сәлиә Ғатауллина, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Әлиә Саматова һәм ойошма ағзалары, Башҡортостан Яҙыусылар союзынан Фәриха Вәлиуллина, Гөлсөм Мостафина, тарихсы Ринат Шәйбәков ҡотланы, байрам уңайы менән китапханаға үҙҙәренең яңы сыҡҡан китаптарын бүләк иттеләр.
Шулай уҡ шағирәнең ижадына битараф булмаған ҡунаҡтар, Мөнирә Сәлмән ҡыҙының яҡындары, Асы мәҙәниәт йортонан Йәмилә Сәлимйәнова авторҙың ижадына ҡарата матур һүҙҙәрен еткерҙе. Үҙешмәкәр композитор Рафаил Сәлихов Мөнирә Сәлимйәнова һүҙҙәренә яҙған йырҙары менән байрамды биҙәне.
Мөнирәнең бөтә ижады хис-тойғо менән һуғарылған. Тыуған иленә, еренә, тыуған ауылы Айысҡа, ғаиләһенә, туғандарына, балаларына, тормош иптәшенә булған һөйөү хистәрен теҙә ул шиғри юлдарында. Ауылдағы һәр төрлө проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләүсе, ауылдаштары менән осрашыуҙар ойоштороусы һәм үткәреүсе әүҙем йәмәғәтсе итеп тә беләләр Инйәр һәм Айыс ауылы халҡы уны.
Матур күңелле, хисле, шиғри йөрәкле шағирә, уңған хужабикә, эшенә мөкиббән ашнаҡсы, тоғро ҡатын, балаларына иң ҡәҙерле әсәй, мөләйем ҡәләмдәшебеҙ Мөнирә Сәлмән ҡыҙының ижад карабы алға табан йөҙһөн дә йөҙһөн, яңы үрҙәр яулаһын, шиғриәт һөйөүселәрҙе яңынан-яңы ижад емештәре менән ҡыуандырһын әле.
Был кисә телгә, милләткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән үҫеп килгән быуын күңеленә, орлоҡ сәселгәндәй, һеңеп ҡалһын ине.
Сәүиә ЗАКИРОВА, Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.