2025 йылдың беренсе ярты йыллығына “Урал” гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылыу ѳсѳн 4 октябрҙән 14 октябргә тиклем декада иғлан ителә. 3 айға - 521 һум, 31 тин. 6 айға - 1042 һум, 62 тин.
Гәзиттең электрон версияһы: 3 айға - 393, 6 айға - 786, 1 йылға - 1320 һум (бер йылға яҙылған осраҡта 252 һумға осһоҙораҡ килеп сыға). Гәзит сыҡҡан кѳндә үк электрон версияһы һеҙҙең телефонығыҙға ватсап, Бәйләнештә селтәре аша, йәки электрон почтағыҙға ебәрелә.
Декада хаҡтары менән почта бүлексәләрендә, шулай уҡ мөхәрририәткә килеп тә, шылтыратып та яҙылырға мөмкин.
Редакция коллективы декаданы ойошҡанлы үткәреү һәм милләттәштәребеҙҙе дәртләндереү маҡсатында традицияға әйләнгән “Аҙна бүләге” акцияһын дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәһен почта аша (адресыбыҙ: Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 55/1), йәки фотоға төшөрөп “Урал”дың электрон почтаһына [email protected] ебәрһәгеҙ, редакцияға алып килһәгеҙ уйында ҡатнашып бүләк отоу мөмкинлеге бар.
Ҡәҙерле милләттәштәр! Декада осорон мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға, арзан хаҡҡа яҙылырға ашығығыҙ!
Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Таратығыҙ!
МӨХӘРРИРИӘТ.