Ошо көндәрҙә район буйынса полиция бүлегенә пенсионер ҡатын аҡсаны уңышһыҙ инвестициялауы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте. Ҡатын уға мессенджер аша шылтыратып, үҙен брокер компанияһы хеҙмәткәре тип таныштырған, инвестицияларҙан өҫтәмә эш хаҡы тәҡдим иткән, әммә алдаған намыҫһыҙ кешене яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорай.
Ҡатын социаль селтәрҙә СССР-ҙа тыуған һәм эшләгән кешеләргә тейешле түләү тураһында иғлан күргәнен һөйләй. Ул ғаризаһын ҡалдыра, ә тиҙҙән уға билдәһеҙ кеше шылтырата һәм түләү урынына күпкә табышлыраҡ эш тәҡдим итә, атап әйткәндә, инвестиция продуктына өлөш индерә. Белорет ҡатынына тәҡдим оҡшай һәм ул брокерға кредит картаһынан 25 мең һум самаһы аҡса күсерә, ләкин инвестициянан процент көтөп ала алмай. Пенсионер ҡатын мутлашыусы менән бәйләнешкә инеүен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
30 йәшлек ҡатын да өҫтәмә килем алырға теләй. Эш эҙләп, ул маркетплейстарҙа тауарҙарҙы баһалау өсөн аҡса тәҡдим иткән иғлан таба. Ҡатын-ҡыҙҙы “эш” чатына өҫтәйҙәр, әммә тауарҙарға йөрәк һүрәте ҡуйырға түгел, юғары түләүле заданиелар башҡарырға тәҡдим итәләр, был майҙансыҡта һатыусының рейтингын күтәрергә ярҙам итә. Уға ошондай схема аңлатыла: ул тауарҙы һатып ала, система автоматик рәүештә аҡсаны кире ҡайтара, шунан һуң тотонолған аҡса комиссия түләүҙәре менән бергә кире ебәрелә. Ҡатын популяр маркетплейсҡа оҡшаш махсус сайтта теркәлгән, иҫәпте тулыландырған һәм эшкә тотонған.
Тәүҙә табыш бәләкәй булһа ла килә һәм ҡатындың ышанысын тыуҙыра. Артабан уға ҡиммәтле тауарҙарҙы һатып алыу өсөн күберәк аҡса һалырға тура килә, әммә һөҙөмтәлә ул бер ниндәй ҙә эш хаҡы алмай һәм һалынған аҡсаны ла ҡайтара алмай. Һөҙөмтәлә ул енәйәтселәрҙе 220 мең һумға тиерлек байыған. Ул ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итте һәм мутлашыу буйынса енәйәт эшендә зыян күреүсе тип танылды.
Полиция еңел эш хаҡы тәҡдим иткән билдәһеҙ кешеләрҙең күрһәтмәләренә буйһонмаҫҡа кәңәш итә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, бер кем дә һеҙгә бушлай байырға ярҙам итергә теләмәй. Һаҡ булығыҙ!
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.