Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь , 16:09

Янғынға юл ҡуймағыҙ!

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының Белорет ҡалаһындағы янғындарҙы иҫкәртеү төркөмө хәбәр итеүенсә, йыл башынан  Республика биләмәһендә 7470 янғын теркәлгән, уларҙа 152 кешенең ғүмере өҙөлгән.

Янғынға юл ҡуймағыҙ!
Янғынға юл ҡуймағыҙ!

 Беҙҙең районда ошондай уҡ осорҙа 280 янғын сыҡҡан, уларҙа 12 кеше һәләк булған.

Йыл һайын һауа температураһы түбәнәйә башлағас, электр приборҙары һәм йылытыу ҡорамалдары менән бәйле янғындар һаны арта. Һыуыҡтар башланыу менән бәйле граждандарҙы торлаҡ секторында янғын хәүефһеҙлеге сараларын көсәйтергә саҡырабыҙ.

Һауа температураһының түбәнәйеүе өҫтәмә йылылыҡ сығанаҡтарын: усаҡтарҙы, рефлекторҙарҙы, калориферҙарҙы һәм хатта ҡулдан эшләнгән электр йылытҡыстарҙы әүҙем ҡулланыуға килтерә. Һуңғыһының ҡурҡынысы шунда: һәр яңы прибор электр селтәренә йөкләмә өҫтәй.

Бәлә-ҡазанан ҡотолоу өсөн терморегуляторлы завод йылытҡыстарын ғына ҡулланығыҙ, уларҙы ҡорғандарҙан һәм мебелдән хәүефһеҙ араға урынлаштырығыҙ һәм бер ҡасан да ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ 112 йәки 101 телефондары буйынса ашығыс хеҙмәттәр саҡырығыҙ, кешеләрҙе һәм мөлкәтте ҡотҡарыу өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрегеҙ. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Наил ФӘТҠУЛЛИН, янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге инструкторы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: