Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Октябрь , 16:08

Помидорҙан аждика

Помидорҙан аджика эшләү өсөн түбәндәге ингридиенттар кәрәк:

Помидорҙан аждика
Помидорҙан аждика
  • 3 кг помидор
  • 3 ҙур баш һарымһаҡ
  • 1 әсе борос
  • Ярты стакан үҫемлек майы
  • 1 стакан шәкәр ҡомо
  • 2 аш ҡалағы тоҙ
  • Ярты стакан 9%-лы аш һеркәһе.

Помидорҙары ит турағыстан үткәрергә лә, үҫемлек майы ҡушып 1,5 сәғәт талғын утта ҡайнатырға.

Артабан ваҡ итеп туралған һарымһаҡ, әсе борос, тоҙ һәм шәкәр һалып тағы ла 1 сәғәт ҡайнатырға. Аш һеркәһе өҫтәгәс, йәнә 5 минут утта тоторға һәм стерилләнгән банкаларға һалып тимер ҡапҡастар менән ҡапларға.

Ашығыҙ тәмле булһын! 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: