Дөйөм мәҡәләләр
25 Октября 2024, 06:37

Иҫкәртеү - беҙҙән, ҡулланыу - һеҙҙән

Ауылда йорт сусҡаһы һатып алғанда йәки һыйырҙың яңы ғына һауылған һөтөн тәмләп ҡарарға теләгәндә, беҙ сәләмәт һәм дөрөҫ һайлау яһайбыҙ тип уйларға мөмкин.

Иҫкәртеү - беҙҙән, ҡулланыу - һеҙҙәнИҫкәртеү - беҙҙән, ҡулланыу - һеҙҙән
Иҫкәртеү - беҙҙән, ҡулланыу - һеҙҙән

Әммә бындай экологик таҙа аҙыҡ-түлекте ҡулланғанда етди хәүеф - бруцеллез янауы ихтимал. Ул кешегә йышыраҡ һөт ризыҡтары аша һәм етерлек кимәлдә эшкәртелмәгән ит ризығын ашағанда йоға.

Эш шунда, бруцелла бактериялары түбән температурала үҙен бик яҡшы тоя, ә юғары температурала киреһенсә юҡҡа сыға. Шуға күрә аҙыҡ-түлекте туңдырыу был сир менән зарарланыуҙан ҡотҡара алмай. Ә бына ҡайнағанда бруцелла шунда уҡ һәләк була, 60 °С-ҡа тиклем йылытҡанда ярты сәғәт эсендә юҡҡа сыға. Шуға күрә пастеризацияланмаған йәки стерилләнгән парлы һөт, “ҡан менән ҡыҙҙырылған” ит, ҡаҡланған ит аҙыҡтары, термик эшкәртеүҙе күҙ уңында тотмаған ит ризыҡтары хәүефле булыуы мөмкин, бигерәк тә әгәр улар тикшерелмәгән һәм сертификацияланмаған аҙыҡ-түлектән әҙерләнһә.

Инфекциянан нисек ҡотолорға?

Һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен үтәгеҙ, тәү сиратта, был аҙыҡ-түлекте термик эшкәртеүгә ҡағыла. Бруцеллезды иҫкәртеү маҡсатында:

► ит һәм ит продукттарын (фарш, колбаса, ярымфабрикаттар), заводта етештерелмәгән һөт һәм һөт продукттарын баҙарҙарҙа һатып алмағыҙ;

► пастеризацияланмаған һөт ризыҡтарынан баш тартығыҙ;

► ҡәтғи билдәләнгән урындарҙа һәм мотлаҡ ветеринар-санитар экспертиза үткән урындарҙа аҙыҡ-түлек һатып алығыҙ;

► шәхси кешеләрҙән һатып алынған һөттө ҡулланыуға юлҡуймағыҙ!

Район-ҡала ветеринариястанцияһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас