- Беҙ бөгөн бик ҡатмарлы, буталсыҡ заманда йәшәйбеҙ. Бөтә нәмәгә хаҡтар көндән-көн артыуын дауам итә, ә эш хаҡы һәм пенсия бик аҙ. Ошондай ауыр ваҡытта беҙ әсә телендә сыҡҡан баҫмаларға тоғро булып ҡалырға, ә кәрәк булһа - ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслыбыҙ!
Урыҫ телендә сыҡҡан баҫмалар бик отолоп бармай, ә башҡорт баҫмалары бөтөү хәүефе аҫтында. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ һаман вайымһыҙ йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ, был хәлде күрмәмешкә һалышабыҙ, йә булмаһа аҡса юҡлыҡҡа, почталар ябылыуына һылтанабыҙ. Капитализм осоронда йәшәүебеҙҙе онотабыҙ, шуға күрә беҙгә берҙәм булырға кәрәк. Гәзит килеү-килмәүен бергәләп хәл итәйек, тейешле урындарға ҡултамғалар йыйып ебәрәйек.
Әле 2025 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда төрлө кешеләр менән осрашырға, һөйләшергә тура килде. Яңыраҡ ҡатынымдың әхирәтендә ҡунаҡта булдыҡ. Ошо ике балалы яңғыҙ ҡатындың фатирында иң ҡыҙыҡһындырғаны - китап шкафы булды. Унда тик башҡорт әҙиптәренең генә китаптары теҙелеп ҡуйылған. Минең хайран ҡалып тороуымды күргәс: “Ниңә, башҡорт була тороп, үҙ телеңдә сыҡҡан баҫмаларҙы уҡыйһың инде, үҙеңдә юҡмы ни ундай китаптар?” - тип һорап ҡуйҙы. Мин был уңайһыҙ хәлдән сығыр өсөн уға ҡарап, гәзит-журналдарға яҙылғанмы-юҡмы икәнлеген һораным. Ул арала алдыма биш-алты башҡорт баҫмаларына яҙылыуын дәлилләгән квитанцияларҙы килтереп тә һалды. Бына ҡайҙа ул башҡортлоҡтоң билдәһе!
Әммә ләкин, күңелде ҡырырҙай кире күренештәр ҙә була тормошта. Бер таныштарыбыҙҙың дүрт бүлмәле фатирҙары кәрәк-кәрәкмәгән йыһаз менән тулған. Ә стенкаһында иһә үҙҙәре ғүмерҙә лә асып уҡып ҡарамаған урыҫ телендәге “модный” китаптар теҙелгән. Араларында, исмаһам, берәй башҡорт яҙыусыһының китабы булһасы?! Милли телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылғандары ла булманы. Бер йыл аптырағандан үҙ аҡсама “Урал” һәм “Башҡортостан” гәзиттәрен яҙҙырғайным. Тик киләһе йылда улар миңә: “Һин башҡа улай итмә инде, беҙ уларҙы уҡый ҙа алмайбыҙ. Күрше-күләндән дә оят, беҙҙең подъезда барыһы ла урыҫтар, улар алдында нисектер уңайһыҙ...” - тимәһендәрме!
Бына ике миҫал. Ошо була инде башҡортлоҡ менән маңҡортлоҡ. Шулай уҡ алыпһатарҙар йәки бөгөнгөсә әйткәндә бизнесмендар ҙа, төрлө һылтауҙар табып, башҡортса баҫмаларҙан баш тарталар. Йәнәһе лә улар тик рус телендә сыҡҡан гәзиттәрҙе уҡығас, үҙҙәрен беҙҙән юғарыраҡ тип иҫәпләйҙәр инде.
Бына шулай, беҙҙәге тел һәм баҫмалар яҙмышы. Был осраҡта беҙҙең Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы барыһына ла өлгө булып торорға тейеш. Беҙҙең ойошма бит шул “Урал” гәзитенә ҡарап тора, яҙмаларыбыҙ унда даими рәүештә донъя күрә. Бәлки, киләсәктә гәзиткә яҙылмағандарҙың әҫәрҙәрен баҫмаҫҡа кәрәктер?.. Бары урындағы баҫмалар аша район-ҡала халҡы беҙҙең ижад емештәребеҙ менән таныша, уй-фекерҙәре менән бүлешә ала. Яҙыусы менән уҡыусы араһында бәйләнеш юҡ икән, алға китеш тә, үҫеш тә юҡ.
Хөрмәтле милләттәштәр, райондаштар! Үҙ телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер гәзитебеҙгә яҙылығыҙ, уҡығыҙ һәм таратығыҙ! Бергә һәм берҙәм булайыҡ!