Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ноябрь , 15:39

Аҡсаһын һаҡлап ҡала алған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 55 йәшлек ҡатын мутлашыусы арҡаһында 1 миллион 700 мең һумдан ашыу аҡсаһын юғалта яҙыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Аҡсаһын һаҡлап ҡала алған
Аҡсаһын һаҡлап ҡала алған

Ғариза биреүсе популяр мессенджерҙа уға билдәһеҙ ҡатындың шылтыратыуын аңлата, ул үҙен кәрәҙле элемтә компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра. Оператор ҡатындың абонент номерының ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуын хәбәр итә һәм хеҙмәттәшлекте оҙайтҡанда тарифҡа яҡшы ташлама вәғәҙәләй. Килешеүҙе оҙайтыу өсөн әңгәмәсе ғариза биреүсегә телефонға килгән кодты әйтергә ҡуша һәм ул шулай эшләй.

Был хәлдән һуң һөйләшеү тамамлана, әммә, бер нисә минуттан икенсе номерҙан шылтыратыу ҡабатлана. Был юлы ҡыҙ сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу өсөн экранды күрһәтеү функцияһын ҡабыҙырға кәрәклеген әйтә. Белорет ҡатыны смартфондың көйләүҙәрен насар аңлап, шылтыратыусының күрһәтмәләрен үтәй, ниндәйҙер төймәләргә баҫа, таныш булмаған ҡыҙҙың күрһәтмәләрен үтәй. Был ваҡытта уның телефонына бик күп смс-хәбәрҙәр килә, әммә зыян күреүсе быға әһәмиәт бирмәй.

Икенсе көндө ҡатын банк ҡушымтаһында 1,7 миллион һум күләмендә кредит алыуын асыҡлай, әммә аҡса әлегә уның иҫәбендә була. Ул шунда уҡ банкка шылтыратып хәлде аңлата, кредитты һәм иҫәпте яба. Бәхеткә күрә, матди зыян килтерелмәгән,  аҡса сит иҫәптәргә күсерелеп өлгөрмәгән.

 Банк картаһынан аҡса урлауға маташыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Оператив-эҙләү һәм тикшереү эштәре алып барыла.

Полиция граждандарҙы таныш булмаған кешеләр менән телефон диалогтарына инмәҫкә, бер кемгә лә паролдәр һәм кодтар хәбәр итмәҫкә, шулай уҡ финанс хәүефһеҙлегенең ябай ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: