Ойоштороу комитетына үткәрелә торған саралар планы өҫтөндә эшләү бурысы йөкмәтелгән.
Ошо көндәрҙә ҡалала Яныбай Хаммат улының ейәнсәре, Республика тире-венерология диспансерында дауалау буйынса баш табип урынбаҫары Алһыу Хамматова булды. Ул шулай уҡ сит ил авторҙарының әкиәттәр китабы тәржемәсеһе һәм уларға иллюстрациялар төшөрөүсе булараҡ та билдәле. Алһыу Әнүәр ҡыҙы юбилейға әҙерлек эштәре, ойоштороласаҡ саралар тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, Түңгәүер ырыуы советы рәйесе Хафиз Иҙрисов, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Зилә Мингәрәева менән осрашыуҙа һөйләште.
- Әле юбилей планы төҙөлгән, әммә уны раҫлайһы, ниндәйҙер өҫтәмәләр индерәһе бар. Гәзит-журналдарҙа олатайым тураһындағы мәҡәләләр донъя күреүе, радио-телевидениеларҙа тапшырыуҙар булыуы көтөлә. Йыл аҙағында Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә уның бығаса баҫылмаған “Алтын юлағым” автобиографик әҫәре донъя күрәсәк. Ул өс бүлектән тора: Исмаҡай ауылында үткән бала-саҡ хәтирәләре, ВЛКСМ-да, партия обкомында эшләгән йылдары һәм ижадҡа бағышланған бүлек.
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Хамматов уҡыуҙары” һәм башҡа бик күп саралар ойоштороласаҡ. Уларға шәхсән үҙем килергә тырышам. Өфөлә лә байтаҡ саралар әҙерләнә.
Мин календарҙарҙы яратам, ҡыҙыҡ булғандарын иҫтәлек итеп ҡалдырам. Шуғалыр олатайымдың юбилейы алдынан башҡорт яҙыусыларына арналған тематик календарь эшләп сығарҙым. Календарҙы “Китап” нәшриәте магазинында (Ленин урамы, 26) һәм “Планета” селтәрендә табырға мөмкин.
Уҙған йыл башҡорт гимназияһында Яныбай Хамматовтың кабинет-музейын әҙерләй башланым. Унда тулыһынса олатайымдың әйберҙәре урын аласаҡ - китап шкафын, өҫтәл, креслоларҙың барыһын да килтерҙем. Был бүлмәләге барлыҡ предметтар уның бүлмәһендәге кеүек урынлашасаҡ һәм шундай уҡ төҫтәге обойҙар, ҡорғандар буласаҡ һәм фотообой урын аласаҡ. Хәтеремдә, олатайым 80-се йылдарҙа ошо фотообойға ҡарап: “Был миңә тыуған Белоретымды хәтерләтә...” - ти торғайны. Тап шундайҙы тапмаһам да, оҡшашты тап итә алдым.
Стеналарҙа уның ВЛКСМ-да эшләгән йылдарындағы һәм башҡа фотоларҙы ҡуйырға уйлайым. Бер мөйөштө әсәйем Гүзәл Хамматоваға бағышлайым, сөнки ул олатайымдың бик күп китаптарын рус теленә тәржемә итте һәм башҡа бик күп эштәр атҡарҙы. Кабинет-музейҙы “Хамматов уҡыуҙары” көнөндә асырға ниәтләйбеҙ.
Үҙ ваҡытында өләсәйем Фидан Ғәббәс ҡыҙы бик ҙур эште атҡарҙы - монографияһын төҙөнө, уны архивтарҙа эшкәртте. Киләсәктә алдымда тағы бер эш тора - олатайымдың шәжәрәһен туплап бөтөү.
Олатайым Башҡортостан яҙыусыларының баҡсалары урынлашҡан “Аҡлан”да булырға бик ярата ине, сөнки әҫәрҙәр яҙырға, эшләргә бик тыныс, матур тәбиғәтле урын ул. “Аҡлан” 1967 йылда күренекле башҡорт әҙиптәре, шағирҙары, сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре - Ибраһим Абдуллин, Нәжиб Асанбаев, Әнғәм Атнабаев, Ғабдулла Байбурин, Зәйнәб Биишева, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Муса Ғәли, Хәким Ғиләжев, Ғәли Ибраһимов, Кәтибә Кинйәбулатова, Яҡуп Ҡолмой, Ноғман Мусин, Кирәй Мәргән, Назар Нәжми, Ғилемдар Рамазанов, Александр Филиппов, Яныбай Хамматов, Ғайса Хөсәйенов һәм башҡалар тарафынан булдырыла. Ул ваҡытта һәр яҙыусыға 15-әр сутый ер бүленә. Кемгә ҡайһы ерҙә урын эләгеүе махсус шыбаға һалыу менән билдәләнә. Олатайым Яныбай Хамматовтың өлөшөнә яландан “төшә” урын. Бөгөн инде унда ҡасандыр ҡола ялан булған тип күҙ алдына килтереп тә булмай: ул ултыртҡан шыршы, ҡарағас, кедр, ҡарағайҙары үҫеп буй етте, баҡсабыҙ ҡуйы, күркәм урманға әйләнде.
Баҡсала өйҙәр бер иштән булһа ла, һәр кем үҙ йортон зауығына ярашлы биҙәргә тырыша: кемдер ағастан биҙәк һала, бәғзеләр төрлө уйынсыҡ һындар ултырта, үҙенсәлекле итеп стеналарын буяусылар була. Минең әсәйем, мәҫәлән, веранда тәҙрәләрен буяп, уларға гном һүрәттәрен төшөрҙө. Ул гномдар һаман да тәҙрәбеҙ яңаҡтарында “бейей”. Нисек тә шундағы өйҙө һаҡлап ҡалырға тырышам. Олатайымдың төҫөн һаҡлаған әйберҙәрҙең барыһын да шул килеш ҡалдырам, обойҙарҙы ла үҙгәртмәйем. Был мине олатайым менән бәйләгән бер йылы урын булып тора, ә “Аҡлан” - элекке “йән эйәләре” менән тулы ҡасаба ул.
Форсаттан файҙаланып, Яныбай олатайымдың исемен оноторға юл ҡуймаған, мәңгеләштереүҙә ярҙам иткән Башҡортостан Яҙыусылар союзына, мәктәптәргә һәм гимназияларға, уның яҡташтарына, район хакимиәтенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уның “Халыҡ яҙыусыһы” тигән исеме булмаһа ла, халҡы, райондаштары йөрәгендә халыҡ яҙыусыһы булып йәшәүенә инанам, - тине Алһыу Хамматова.