21 ноябрҙә “Система-112” саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә Белорет районы Ломовка ауылы, Саҡмағош районы Ташҡалмаш ауылы, Күгәрсен районы Мораҡ ауылы һәм Октябрьский ҡалаһынан янғындар тураһында хәбәрҙәр килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр осраҡта ла ҡорбандар бар: Саҡмағош районында торлаҡ йортто һүндереү барышында 1946 йылда тыуған ир, Белорет районында 1937 йылда тыуған ир, Октябрьский ҡалаһында 1955 йылда тыуған ир, Мораҡ ауылында 1970 йылда тыуған ҡатын һәләк була...
Янғындарҙы һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса көстәре һәм средстволары йәлеп ителде, ваҡиға урынына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты инструкторҙары килде.
Статистика буйынса, һауа температураһының түбәнәйеүе янғындарҙың артыуына килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ноябрҙә генә янғындарҙа 15 кеше һәләк булған.
Янғындарҙың төп сәбәптәре - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу, мейес һәм электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау.
2024 йыл башынан Белорет районында 308 янғын сыҡҡан, уларҙа 14 кеше һәләк булған.
Белорет районының Ломовка ауылында һәм Башҡортостандың башҡа тораҡ пункттарындағы янғын осраҡтары беҙгә янғындарҙың теләһә ҡайһы ваҡытта һәм теләһә ҡайһы урында килеп сығыуы мөмкинлеген иҫкә төшөрә, шуға күрә ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу һәм янғын осрағында нисек дөрөҫ эш итергә кәрәклеген белеү мөһим. Шуны иҫтә тотоу мөһим: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү һәм утҡа яуаплы ҡараш янғындарҙы иҫкәртеүгә, ғүмерҙе һәм мөлкәтте һаҡлауға булышлыҡ итә.
Хөрмәтле граждандар!
Фажиғәнән ҡотолоу өсөн һеҙҙән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе һорайбыҙ:
Хәүефһеҙлек мәсьәләләренә яуаплы ҡарағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Янғын сыҡҡан осраҡта шунда уҡ 112 йәки 101 телефондары буйынса ашығыс хеҙмәттәр саҡырығыҙ, кешеләрҙе һәм мөлкәтте ҡотҡарыу өсөн мөмкин булған бөтә сараларҙы күрегеҙ.
Наил ФӘТҠУЛЛИН,
Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Белорет ҡалаһындағы янғындарҙы иҫкәртеү төркөмө инструкторы.