Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноября 2024, 07:25

Кинологтарҙа - ҡунаҡта

Уҡыусылар белорет полиция-кинологтарының һәм уларҙың дүрт аяҡлы партнерҙарының эше менән танышты.

Кинологтарҙа - ҡунаҡтаКинологтарҙа - ҡунаҡта
Кинологтарҙа - ҡунаҡта

Үҫеп килеүсе быуын менән һөнәри йүнәлеш биреү эше сиктәрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең кинология хеҙмәтендә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡунаҡта булды.

VII класс уҡыусыларын инспектор-кинологтар Линар Сәйәхов һәм Рафаил Фәтхуллин ҡаршы алды. Улар балаларҙы үҙҙәренең һөнәре менән таныштырҙы, погондарҙа кинолог булыу тураһында һөйләне. Балалар дүрт аяҡлы полицейскийҙарҙың вольерҙарҙа йәшәүен, уларҙың махсус туҡланыуын, көн һайын уларҙы инспекторҙар үҙҙәре тәрбиәләүен, ә ветеринарҙың даими тикшереүҙәре һәр эшсе эттең мотлаҡ эштәр исемлегенә инеүен белде. Ҡойроҡлоларҙың бурыстарына тәфтиш-оператив төркөм менән ваҡиға урындарына сығыу, күмәк саралар үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, төрлө матдәләрҙе табыу, кешеләрҙе эҙләү, тотоу йәки конвойҙа йөрөтөү инә.

Бөгөнгө көндә Белоретта 12 полиция эте хеҙмәт итә. Уларҙың 4-әүһе 9-10 йәшкә еткән һәм хаҡлы ялға сығырға әҙерләнә. Малайҙарға оло йәштәге, хеҙмәт иткән эттәрҙең йә бында үҙ ғүмеренең аҙғынаса ҡалыуын, йә уларҙы полиция хеҙмәткәрҙәре өйҙәренә алып ҡайтыуын белеү ҡыҙыҡ булды. Һәр хәлдә, уларға бәхетле “ҡартлыҡ” тәьмин ителгән. Уларға алмашҡа эттәр киләсәк, уларҙы инспектор-кинологтар тәрбиәләйәсәк һәм уҡытасаҡ. Балалар этте бер тапҡыр һәм мәңгегә өйрәтеү генә етмәүенә аптыраны. Баҡтиһәң, хеҙмәт хайуандары көн һайын күнекмәләрҙә үҙ оҫталыҡтарын өйрәнә, эшләгәндә уҡыйҙар ҙа.

Юнир ҡушаматлы хеҙмәт эте менән сираттағы дәресте уҡыусылар үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Улар үҙҙәре лә төрлө урындарҙа еҫле муляждарҙы йәшереп, күнекмәләрҙә ҡатнашты. Эт “закладкалар”ҙы хатаһыҙ тапты, бының өсөн Линар Ринат улынан тәмлекәстәр һәм туп менән уйнау рәүешендәге награда алды. Ә Берта ҡушаматлы эт Рафаил Мөхәмәт улы ярҙамында ғәйепләнеүсене ҡулға алыу һәм тентеүҙе оҙатыу буйынса иҫ киткес оҫталығын күрһәтте. Һуңынан ҡаты ҡарашлы, наҙлылыҡты яратҡан Берта ҡунаҡтарға үҙ-үҙен иркәләтергә рөхсәт итте.

Экскурсия аҙағында гимназистар кинологтарҙың күнекмә сумаҙаны, хеҙмәт эттәрен ташыған автомобиль менән яҡындан танышты һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас