Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ноябрь , 09:52

“Гәзитте һаҡлау - беҙҙең бурыс”

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юғары технологиялар дәүерендә, Интернет селтәре үҫешкән, бөтә мәғлүмәт виртуаль киңлектәрҙә яҡтыртылған заманда, баҫма һүҙ үҙ актуаллеген юғалта, гәзит тиражы кәмей.

“Гәзитте һаҡлау - беҙҙең бурыс”
“Гәзитте һаҡлау - беҙҙең бурыс”

Әммә “Урал” гәзите - ижтимағи-сәйәси әһәмиәттәге, районыбыҙҙың башҡорт телендәге берҙән-бер киң мәғлүмәт сараһы икәнлеген үҙ теленең, милләтенең киләсәге өсөн битараф булмағандар яҡшы аңлай һәм гәзитте һаҡлап ҡалыуҙы беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ тип һанай.
Гәзитебеҙҙе бала саҡтан уҡып үҫкән һәм уға һәр саҡ тоғро ҡалған “Аҙна бүләге”нең сираттағы еңеүсеһе - Ҡаһарман ауылы мәктәбе директоры Вадим МОРАТШИН шундай милләттәштәребеҙҙең береһе.

- Бала саҡта атайым Ғәффәр Мортаҙа улы менән әсәйем Ғәрифә Ишмырҙа ҡыҙы бик күп гәзит-журналдар алдыра ине. Беҙ ҙә кескәйҙән уларҙы уҡып үҫтек һәм почта килгәнен көтөп ала инек. Әле лә яңы гәзитте ҡулға алһам, уның буяу еҫе миңә бала саҡты иҫкә төшөрә. “Урал”ға бер ҡасан да яҙылмай ҡалғаным юҡ, айырыуса кеше яҙмыштары тураһындағы мәҡәләләр, хикәйәләр оҡшай. Мансур Һиҙиәтовтың күптән түгел баҫылған “Иблис ҡолдары”н яратып уҡыным, төп геройҙың артабанғы яҙмышы нисек булыр тип ҡыҙыҡһындым. Шулай уҡ районыбыҙҙың ҡул оҫталары, үҙ эштәрен асҡан эшҡыуарҙар, матур ғаиләләр, тырыш кешеләр тураһында мауығып уҡыйым, махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙ тураһында уҡып уйланам...

Үҙем 34 йыл мәктәптә эшләйем, 10 йылдан ашыу директор вазифаһын атҡарам. Тормош иптәшем Рәсимә Хәмзә ҡыҙы мәктәптә оҙаҡ йылдар йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.

Районыбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер баҫманы һаҡлап ҡалырға һәм киләһе быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ. Башҡорт булып та, гәзиткә яҙылмаған кешеләргә хайран ҡалам. Балалар башҡортса һөйләшмәй тибеҙ, ә уларҙың ата-әсәләре “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналын, “Урал” гәзитен алдырамы һуң? Туған телгә һәм халҡыңа һөйөү тәрбиәләү нигеҙе ғаиләлә һалынғаны һәр кемгә мәғлүм.

Милләттәштәремдең һәр ҡайһыһын киләһе йылға “Урал”ға яҙылырға саҡырам. Башҡорт баҫмаһының яҙмышы беҙҙең ҡулда икәнде онотмайыҡ! - тине Вадим Ғәффәр улы.

Хөрмәтле дуҫтар!

2025 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылып ҡалырға ашығығыҙ.

2 декабрҙән 12 декабргә тиклем декада хаҡтары:

3 айға - 521 һум 31 тин.
6 айға - 1042 һум 62 тин.

Ҡәҙимге хаҡтар:

3 айға - 590 һум 85 тин.
6 айға - 1181 һум 10 тин.

Альтернатив подписка:

3 айға - 393, 6 айға - 786,
1 йылға - 1320 һум.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: