Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь , 11:39

“Халыҡҡа рух өләшкән баҫма”

Йылдың һуңғы айын барлайбыҙ.

“Халыҡҡа рух өләшкән баҫма”
“Халыҡҡа рух өләшкән баҫма”

Үтеп барған Аждаһа йылы төрлө яңылыҡтарға, ваҡиғаларға бай булды. Иң мөһиме - киләһе Йәшел Ағас Йылан йылында ла, әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ беҙҙең менән бергә ҡалып, “Урал”ға яҙыла. Киләһе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылыусылар араһында уйнатылған “Аҙна бүләге” был юлы Йөйәк мәктәбендә китапханасы-педагог булып эшләгән Әминә САЛАУАТОВА өлөшөнә төштө.

- “Урал” гәзитен элек-электән алдырам һәм яратып уҡыйым. Уның  һәр һаны үҙенсәлекле һәм һәммәһе лә бар - тәрән йөкмәткеле хикәйәләр ҙә, күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар ҙа, район яңылыҡтары ла, районыбыҙҙың дан кешеләре тураһында очерк-мәҡәләләр ҙә, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҙә, файҙалы кәңәштәр ҙә. Ғөмүмән, өйҙә лә, эштә лә фекер алышырлыҡ уҡымлы баҫма ул.

Күп йылдар дауамында район, республика баҫмаларын хатта 12-14-әр дана яҙҙыра инем. Беҙҙең быуын гәзит-журналдар, китаптар уҡып үҫте, ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ҡаныбыҙға һеңгән. Үҙебеҙҙең берҙән-бер башҡорт баҫмаһын милләттәштәребеҙҙең һәр ҡайһыһы алдырһын ине. Ниндәй генә заманалар килмәһен, халыҡҡа рухи аҙыҡ, нур өләшкән милли баҫмабыҙҙың йәшәүҙән туҡтамауын, һәр саҡ нәшер ителеүен теләйем, - тине Әминә Әғзәм ҡыҙы.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: